Сәләмәт булайыҡ
18 Июнь 2025, 11:20

Күңелдәре йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы булһын

Табиптар һәм шәфҡәт туташтарына лайыҡлы бүләктәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тапшырҙы. 

Күңелдәре  йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы  булһынКүңелдәре  йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы  булһын
Күңелдәре йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы булһын

Республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында сираттағы тантана – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ҡырҡтан ашыу белгескә юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Табиптар һәм шәфҡәт туташтарына лайыҡлы бүләктәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тапшырҙы. Етәксе тантанала ҡатнашыусыларҙы йылы тәбрикләне.

“Бөгөн беҙ  тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтергә һәм һеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән һоҡланырға йыйылдыҡ.  Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ – ул бирелгәнлек, сабырлыҡ, кешеләр тураһындағы өҙлөкһөҙ хәстәрлек менән тулы көндәлек батырлыҡ, һеҙ сабыйҙарҙың тәүге ауазын ҡаршы алған һәм һуңғы юлға оҙатҡан кешеләр. Ваҡыты һәм арыу-талыуы менән иҫәпләшмәйенсә һәр ғүмер өсөн көрәшкән, иң ҡатмарлы хәлдә лә өмөт бирә торған кешеләр һеҙ. Һеҙҙең белемегеҙ, һиҙгерлегегеҙ һәм оҫталығығыҙ меңәрләгән яҙмыштарҙы ҡотҡара, ә  йылы һүҙҙәрегеҙ һәм ярҙамығыҙ ҡайһы саҡта дарыуҙарҙан да кәм һауыҡтырмай. Байрам көнөндә һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, рухи көс һәм сабырлыҡ теләйем. Йөрәктәрегеҙ йылы, ә ҡулдарығыҙ ҡаты һәм ышаныслы булһын, хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланһын, ә тормошоғоҙҙа профессияғыҙҙың бөтә ауырлыҡтарын оноттороусы күберәк шатлыҡлы мәлдәр  булһын”, – тип һөнәри байрамдары менән ҡотлап, медицина хеҙмәткәрҙәренең баһалап  бөткөһөҙ өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.

Урал Килсенбаев республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге уңыштарҙы билдәләп, уны илдә иң яҡшыларҙың береһе тип иҫәпләргә мөмкин булыуын белдерҙе.  Республикала һуңғы бер нисә йылда 360-тан ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Был ошо уҡ осорҙа Волга буйы федераль округының 14 төбәгендә төҙөлгән ФАП-тарҙың яртыһынан ашыу тигән һүҙ. Башҡортостан шулай уҡ бер нисә көн элек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың онлайн режимында ҡатнашлығында  Өфөләге  кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылыуы менән ғорурлана ала.

Бөгөн  “Башҡортостандың халыҡ табибы” исеменә Башҡорт дәүләт медицина университетының өҫтәмә профессиональ белем биреү институтының трансплантология һәм нур диагностикаһы курстары менән дөйөм хирургия кафедраһы мөдире  Мәжит Нартайлаков лайыҡ булды. Ул хирургия өлкәһендә төп белгес кенә түгел, ә тәжрибәле остаз да. Уның ҡатнашлығында бер нисә йыл элек Башҡортостанда трансплантация буйынса тәүге юғары технологиялы операциялар үткәрелә башланы.

 “Бик күп хирургтар мине үҙенең остазы итеп һанай. Был яҡтан бик бәхетлемен – шәкерттәрем араһында һигеҙ фән докторы һәм 47 фән кандидаты бар”, - тип ғорурлана остаз. Балаларының икеһе тап медицина юлын һайлаған.

Тантанала Бүздәк үҙәк район дауаханаһының  клиник-эксперт эше кабинеты мөдире Мәрйәм Бәхтигәрәй ҡыҙы Ноғоманова менән таныштыҡ. Ул “Башҡортостандың атҡаҙанған  табибы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

– Мин һикһәненсе йылдарҙа беренсе участка педиатры булып эш башлауым менән ғорурланам. Шул осорҙа тәүге  педиатр участкалары барлыҡҡа килде, аҙаҡ педиатрия бүлексәһе мөдире булып эшләнем. 90-сы йылдарҙа 37 бөртөк фельдшер-акушерлыҡ пунктын һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә  көсөбөҙҙө һалып тырыштыҡ һәм маҡсатыбыҙға өлгәштек. Ул саҡта район хакимиәте тармаҡты һаҡлауға ҙур өлөш индерҙе, – тип артта ҡалған хеҙмәт йылдарын иҫкә төшөрҙө Мәрйәм Ноғоманова.

Хеҙмәттәштәрен  “Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған  “РЖД-Медицина” клиник дауаханаһы” шәхси медицина учреждениеһы директоры Индира Сәхәүетдинова ла ҡайнар ҡотлап, иң яҡшы теләктәрен еткерҙе. Табип республика етәкселегенә һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренә ҙур иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бөтә республика халҡына, шул иҫәптән медицина хеҙмәткәрҙәренә, һаулыҡ теләне.

Валерий Шахов фотолары.

Күңелдәре  йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы  булһын
Күңелдәре  йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы  булһын
Күңелдәре  йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы  булһын
Күңелдәре  йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы  булһын
Күңелдәре  йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы  булһын
Күңелдәре  йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы  булһын
Күңелдәре йомшаҡ, ҡулдары ышаныслы булһын
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас