Сәләмәт булайыҡ
18 Июнь 2025, 16:30

Лайыҡлыларға – юғары наградалар

"Республика, Башҡортостан халҡы бер ҡасан да коронавирус инфекцияһы менән көрәш  ваҡытындағы һеҙҙең батырлығығыҙҙы онотмаясаҡ. Беҙ быны хәтерләйбеҙ, хәтерләйәсәкбеҙ, был, ысынлап та, һаулыҡ һаҡлауҙың данлы биттәре", – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Лайыҡлыларға – юғары наградаларЛайыҡлыларға – юғары наградалар
Лайыҡлыларға – юғары наградалар

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе ветерандарҙы һәм тармаҡ вәкилдәрен профессиональ байрамдары менән ҡотланы.

– Республика, Башҡортостан халҡы бер ҡасан да коронавирус инфекцияһы менән көрәш  ваҡытындағы һеҙҙең батырлығығыҙҙы онотмаясаҡ. Беҙ быны хәтерләйбеҙ, хәтерләйәсәкбеҙ, был, ысынлап та, һаулыҡ һаҡлауҙың данлы биттәре, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Батырлығығыҙ, профессионализмығыҙ һәм ныҡлығығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!

 Төбәк етәксеһе һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһындағы ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне. Ҡаҙаныштар араһында – Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусын һәм Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөү. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙа ла республика алдынғы урында барҙы.

Башҡортостан Башлығы “Йылдың иң яҡшы табибы” бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен дә билдәләне.  Шуларҙың береһе – Республика клиник перинаталь үҙәгенең акушерлыҡ-гинекология стационары мөдире Динар Ғабдрахманов. Ә 21-се ҡала дауаханаһының патологоанатомия бүлексәһе мөдире Сергей Щекин Рәсәйҙең иң яҡшы табип–эксперты тип табылды.

Төбәк етәксеһе һаулыҡ һаҡлауҙың инфраструктураһын нығытыуҙың медицина хеҙмәткәрҙәренең уңайлы эш шарттарын тәьмин итеү һәм халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн  мөһимлеген билдәләне. Ул шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллективына эште яҡшы ойоштороуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙ бөгөн ҙур хөрмәт һәм ихтирам менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән табиптарҙы һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен иҫкә алабыҙ. Улар “Башҡортостан” полкы составында бурыстарын лайыҡлы үтәй, тотош медицина ротаһы. Мин уларҙың күбеһе менән танышмын, улар ҡыйыу һәм лайыҡлы кешеләр, – тине Радий Хәбиров һәм яугирҙәрҙең һаулығын тергеҙеүҙең мөһимлеген билдәләне. Башҡортостан Башлығы сығышының аҙағында медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар тапшырҙы.

Валерий Шахов фотолары.

 

Лайыҡлыларға – юғары наградалар
Лайыҡлыларға – юғары наградалар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас