

Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Гүзәл Итбаева һоло кеүәҫе эшләргә өйрәтә.
"Йәйге эҫелә ҡоро сүпрәле (пакмай ише) кеүәҫ эскәнсе, тип һоло менән эшләп ҡарарға булдыҡ. Файҙалы ла, ябай ҙа, арзан да. Интернетта бик күп төрлө рецепт менән видеолар бар. Әммә ошо ысул менән эшләнгәнен бик тәмле лә, тиҙ ҙә, шифалы ла тип таптыҡ.
Өс литрлыҡ банкаға 400 грамм йыуылған һоло, дүрт аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (өс-дүрт көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән ике аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин. Әҙер эсемлекте һөҙөп алып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Бындай кеүәҫте эсеүгә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынға ла ҡулланырға була.
Тәү сиратта ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм матдәләр алмашынғанда организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләгәндәргә лә "тиҙ ярҙам".
Әҙер һоло кеүәҫен көнө буйына теләгәнсә эсергә мөмкин. Ул эскә шифа булып төшә: организмды йылдар буйы йыйылған зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Йыш ҡулланғанда дөйөм хәлде яҡшырта, кәйефте күтәрә, сыҙамлылыҡты арттыра, ғөмүмән, сәләмәтлекте нығытырға булышлыҡ ҡыла.
Бынан тыш, һоло кеүәҫе яраларҙы бөтәштереү, холестеринды кәметеү, үт бүленеүҙе, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген яйға һалыу, май, матдәләр алмашыныуын көйләү, ашҡаҙан ауыртыуын бер ни тиклем баҫыу, тирене шымартыу, шешенеүҙе булдырмау, иммунитетты нығытыу, күреүҙе яҡшыртыу үҙенсәлектәренә лә эйә икәнлеген интернет мәғлүмәтенән белдем.
Бер ыңғайҙа биш-алты банка ултыртырға кәрәк. Юғиһә, тәмле булғас, тиҙ бөтә", - тип яҙған автор.
Бәлки, кемдер үҙенең рецептары менән дә уртаҡлашыр.
Сығанаҡ: Гүзәл Итбаеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.