Сәләмәт булайыҡ
26 Июнь 2025, 09:00

Бик “егәрле” ағза ул бауыр...

Рационға  күберәк аҡһым, йәшелсә һәм файҙалы майҙар индерергә кәрәк, ти белгестәр

Бик “егәрле”  ағза ул бауыр...Бик “егәрле”  ағза ул бауыр...
Бик “егәрле” ағза ул бауыр...

Эндокринологтар әйтеүенсә, бауыр сәләмәт  булһын, һөҙөмтәле эшләһен  һәм организмдан токсиндарҙы сығарһын өсөн рационға аҡһым, йәшелсә һәм файҙалы майҙар индерергә кәрәк.

Бауыр аҙыҡтарҙы фильтрҙан үткәреү менән генә сикләнмәй, ул токсик матдәләрҙе зарарһыҙландырып организмдан сығара. Майҙарҙы эшкәртеү, витаминдарҙы үҙләштереү өсөн кәрәкле үтте лә етештерә.

Бауыр шулай уҡ организмға сир һәм инфекцияларға  ҡаршы торорға ярҙам итә, иммуноглобулиндарҙы, интерферонды, антиесемдәрҙе синтезлау өсөн аҡһым һәм аминокислоталар менән тәьмин итә. Бауырҙың эшмәкәрлеген ҡатмарландырмау өсөн көндәлек рациондан ҡайһы бер аҙыҡтарҙы алырға кәрәк, тип кәңәш итә белгес. Был “егәрле”ағзаға эшкәртеү үткән аҙыҡтар, консервалар , алкоголь зарар килтерә. Кофеинды күп ҡулланыу ҙа һис файҙаға түгел.” Көндөң тәүге яртыһында бер-ике шәшке кофе эсеүҙән зарар юҡ. Әммә уны артыҡ йыш ҡулланыу ваҡыт үтеү менән сәләмәтлеккә зыян килтереүе ихтимал”, – ти белгестәр. Шулай уҡ фастфуд, шәрбәтле аҙыҡтарҙы  ҡулланыуҙа ла сама белеү мөһим.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас