

Темәс тарихи - мәҙәни үҙәге төркөмө хәбәр итеүенсә, улар Темәс ауылы ағинәйҙәре менән Ҡужамбирҙе йылғаһы буйына үләндәр йыйырға сыҡҡан. Унда ниндәй генә шифалы үләндәр юҡ.
"Күп үҫемлектәр тураһында беҙ әсәй һәм өләсәйҙәребеҙҙән беләбеҙ, сөнки улар беҙгә ҡарағанда үләндәр тураһында яҡшыраҡ белде. Ә улар үҙ сиратында был хаҡта ата-бабаларынан өйрәнгән.
Беҙ йыйған шифалы үләндәр араһында күптәргә яҡшы таныш булған мәтрүшкә, кейәү үләне, һары мәтрүшкә, андыҙ, кәзә һаҡалы кеүек үҫемлектәр бар. Мәҫәлән, сейә ботаҡтарын иртә яҙҙа йыйып, киптереп эсһәң, бөйөр эшмәкәрлеге өсөн бигерәк тә ҙур дауа булыуын күптәр белмәйҙер әле. Әлморондоң тамырын ҡаҙып, уны таҙартып, ваҡ ҡына итеп турап файҙаланһаң, организмдағы ваҡ таштарҙан таҙаланырға мөмкин. Ә бына яҙ һыу-йылға буйҙарында, болонлоҡтарҙа үҫкән кәзә һаҡалында С витаминының күп булыуын, уны антибиотик булараҡ ҡулланырға мөмкин икәнлеген беләбеҙ һәм файҙаланабыҙ.
Йүткергәндә лә, температура күтәрелгәндә лә уны ҡайнатып, төнәтмәһен эсеү бик файҙалы икән.
Үгәй инә япрағы һалҡын тейеү, грипп, тын алыу юлдары сирҙәренән бик файҙалы. Дауаланыу өсөн сәскәләре һәм япраҡтары ҡулланыла. Сәскәләрен – майҙа, япраҡтарын июндә йыялар.
Ҡымыҙлык гипертония һәм атеросклероздан файҙалы. Гастрит, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дә ҡулланыла.
Бәпембә витаминдар, калий һәм фосфор тоҙҙарына бай. Төнәтмәһе организмды нығыта, тынысландыра, ҡанды таҙарта, лимфа системаһы ялҡынланыуынан ярҙам итә, организмды йәшәртә. Унан бал дә эшләйҙәр, ул бауыр өсөн бигерәк тә файҙалы.
Ҡарағат. Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат япрағынан яһалған сәй иммунитетты күтәрә, тынысландыра. Ҡарағат япрағы төнәтмәһе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы, эсте еңелсә йомшарта.
Сирень сәскәһе баш ауыртыуҙы, веналарҙың варикоз киңәйеүен, йәрәхәттәрҙе дауалау өсөн ҡулланыла.
Кесерткән. Май кесерткәне бик шифалы, уны дауаланыу өсөн генә түгел, сирҙәрҙе киҫәтеү маҡсатында ла ҡулланырға кәрәк. Ашын бешерегеҙ, киптереп ҡуйығыҙ. Йәш кесерткән япраҡтары үт һыуын ҡыуа, ҡан тамырҙарын киңәйтә, ялҡынһыныуҙан ярҙам итә, гемоглобинды, организмдың тонусын күтәрә, иммунитетты нығыта.
Һәр беребеҙ – тәбиғәт балаһы, шуға күрә тәбиғәт ҡосағында үҫкән шифалы үләндәрҙең файҙаһы күпкә юғарыраҡ. Ҡайҙалыр Алтай тауҙарында, сит илдәрҙә үҫкән, беҙ ғүмерҙә лә белмәгән үлән сәйҙәрен эскәнсе, аяҡ аҫтында тапап йөрөгән шифалы үләндәрҙе йый ҙа рәхәтләнеп файҙалан. Үҙең дә һау булырһың, тирә-яғыңды ла дауаларһың", - тип хәбәр ителә төркөмдә.
Ә һеҙ шифалы үләндәр йыйып өлгөрҙөгөҙмө әле?
Сығанаҡ һәм фото: Темәс тарихи - мәҙәни үҙәк төркөмөнән