

Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы үҙенең тарихын 1923 йылдың 1 ғинуарынан башлай. Ул саҡта үҙәк амбулаторияла 26 кеше, ике ат экипажы эшләй, тәүлек буйына табип менән фельдшер дежурҙа тора. Бөгөн был хеҙмәт составына ике станция, дүрт муниципаль-ара бүлексә һәм дауаханаларҙағы 39 ашығыс ярҙам бүлексәләре ингән. Шулай уҡ республиканың психиатрия дауаханаларында ике махсус бүлексәһе бар.
Ашығыс ярҙам хеҙмәте күрһәтеүҙә 2 365 кеше эшләй, Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте булдырыу маҡсатында ун медицина округының бишеһендә ашығыс ярҙам саҡыртыу буйынса дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәттәре булдырылған. Ҡалған биш медицина округында Берҙәм диспетчер хеҙмәттәрен ойоштороуҙы 2023 йылға тиклем тамамларға уйлайҙар.
Саҡырыуҙарҙың ваҡытында башҡарылыуына контроллек итеү өсөн Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәге базаһында Берҙәм диспетчер үҙәге ойошторолған, ул тәүлек әйләнәһенә медицина бригадаларының эшмәкәрлеген күҙәтә, мониторинг үткәрә. Экстрен медицина ярҙамы һәм интенсив терапия күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған санитар автомашиналар ҡулланыла, санитар авиация үҫешә.
Ашығыс медицина ярҙамынан файҙаланмаған ғаиләләр һирәктер, беҙ уның бик мөһим, көсөргәнешле мәлдә ярҙамға ашыҡҡан ышаныслы хеҙмәт икәнен яҡшы беләбеҙ.
Һәр ашығыс ярҙам станцияһында һәммәһенә лә беренсе булып ярҙамға килгәндәр – фельдшерҙар, табиптар, шәфҡәт туташтары, диспетчерҙар һәм водителдәр – эшләй. Уларҙың иңенә кеше ғүмерҙәрен ҡурсыу кеүек юғары бурыс һалынған.
Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең Шишмә ашығыс ярҙам станцияһында һәм уның Дәүләкән пунктында эш сәфәрендә булдыҡ. Март айында ғына “Ашығыс медицина ярҙамы” хеҙмәткәрҙәре Шишмә районы буйынса 1141 саҡырыуҙы ҡабул иткән. Һөҙөмтәлә сирле 324 кеше дауаханаға килтерелгән, ҡалғандарына урында медицина ярҙамы күрһәтелгән. Дәүләкән районына килгәндә, ошо уҡ айҙа 815 шылтыратыу теркәлгән, 183 кеше дауаханаға һалынған.
Шуныһы һөйөнөслө: ике йыл элек кенә Дәүләкән ҡалаһында ашығыс медицина ярҙамы пункты асылған. Бинала хеҙмәт өсөн бына тигән шарттар булдырылған: йылы, яҡты, уңайлы ял бүлмәләре бар. Был хәл медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртҡан һәм халыҡтың ашығыс медицина ярҙамынан файҙалана алыу мөмкинлектәрен арттырған.
Һәммәбеҙ ҙә “03” һандары менән яҡшы таныш. Тәүлектең ниндәй генә ваҡыты булмаһын, “Ашығыс медицина ярҙамы” хеҙмәткәрҙәре кеше ғүмерен ҡотҡарырға ашыға. Улар барыһы ла үҙҙәренең һөнәр оҫтаһы ғына түгел, тиҙ генә аныҡ, дөрөҫ, кеше ғүмерен ҡотҡара алырлыҡ ҡарар ҡабул иткән хеҙмәткәр ҙә.
ҺҮРӘТТӘ: Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең Шишмә ярҙамсы станцияһы.