+21 °С
Болотло


Быйыл июлдә “Сәләмәтлек поездары” Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Борай, Бөрйән, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез, Мәсетле, Саҡмағош һәм Шишмә райондарына барасаҡ.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшереүҙәр бушлай үткәрелә. Белгестәргә яҙылырға кәрәкмәй – сират буйынса ҡабул итәләр. Иң мөһиме: үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға онотмағыҙ.
Сығанаҡ, фотолар: социаль селтәрҙән.