Сәләмәт булайыҡ
1 Июль 2025, 06:00

Һәр кем фельдшер була алмай

 Йәшәйеш булғас, төрлө хәлдәр осрай, әҙәм балаһын, ҡыуаныслы хәлдәр менән бер рәттән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә-ҡаза, хәүеф-хәтәр, ауырыу-һыҙланыу ҙа һағалай. Ошондай мәлдәрҙә ашығыс медицина ярҙамы телефонына тиҙ генә шылтыратабыҙ ҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен саҡырабыҙ. Хәҙерге заман һаулыҡ һаҡлау тармағының был үҙенсәлекле өлкәһе ауырыуҙарҙың сәләмәтлеген һәм хеҙмәткә һәләтлеген һаҡлауға ҙур өлөш индерә, уның ярҙамынан башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Бөгөн ғүмерен ашығыс медицина ярҙамы менән бәйләгән Артур Тәлғәт улы Зиннуров менән таныштырабыҙ.   

Һәр кем фельдшер була алмайҺәр кем фельдшер була алмай
Һәр кем фельдшер була алмай

 Йәшәйеш булғас, төрлө хәлдәр осрай, әҙәм балаһын, ҡыуаныслы хәлдәр менән бер рәттән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә-ҡаза, хәүеф-хәтәр, ауырыу-һыҙланыу ҙа һағалай. Ошондай мәлдәрҙә ашығыс медицина ярҙамы телефонына тиҙ генә шылтыратабыҙ ҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен саҡырабыҙ. Хәҙерге заман һаулыҡ һаҡлау тармағының был үҙенсәлекле өлкәһе ауырыуҙарҙың сәләмәтлеген һәм хеҙмәткә һәләтлеген һаҡлауға ҙур өлөш индерә, уның ярҙамынан башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе лә ауыр.

Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған

Фельдшер, табип һәм акушерлыҡ бригадалары көн һайын киҫкен хәлдәге ауырыуҙарға кисектергеһеҙ квалификациялы ярҙам күрһәтеү өсөн ярҙамға сыға. Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең Шишмә ашығыс ярҙам станцияһы етәксеһе Артур Тәлғәт улы Зиннуров Йәрмәкәй районының 8 Март ауылында тыуып үҫкән. Уның әйтеүенсә, әсәһе улының бәләкәйҙән медицина юлын һайлауын теләгән.  Рәйсә Наил ҡыҙы үҙе сығышы менән – Ырымбур башҡоро, Переволоцк районының Судбодаровка ауылынан. Атаһы Тәлғәт Мөхәмәтйәров Ғафури районынан булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере иртә өҙөлгән. Бер һөнәргә тоғро ҡалған, бухгалтер булып эшләгән әсәһе Артур менән уның ағаһы Рафаэлде яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер уларҙың икеһенең дә ғаиләһе бар. Рафаэль электрик һөнәрен һайлаған.

– Бала сағымда, ете-һигеҙ йәш тирәһендә, юл-транспорт фажиғәһенә шаһит булдым. Күҙ алдымда бер нисә кешенең ғүмере өҙөлдө. Уларҙы иҫерек тракторсы бәрҙерҙе. Ул саҡта бәләгә тарығандарға нисек ярҙам итергә белмәнем. Ошо ваҡыттан алып, ашығыс медицина ярҙамы, бигерәк тә экстрен ярҙам күрһәтеү тураһында ныҡлап уйлана башланым, – тип һөйләне Артур Тәлғәт улы. – Һөҙөмтәлә мәктәптә II-III кластарҙа белем алғанда йәрәхәтләнгән осраҡта шин һалыу, төрлө осраҡта сирле кешене нисек һалыу, дауалау  кәрәклеге, айырым дарыуҙар биреү тураһында яҡшы хәбәрҙар инем. Әсәйем үҙе лә бәләкәйҙән медицина юлын һайлауымды теләне. Был инде миңә дәрт-көс өҫтәне. Уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, Бәләбәй медицина училищеһына уҡырға индем, фельдшер һөнәрен һайланым һәм тормошомдағы был аҙымыма һис үкенмәйем.

Шуныһы үҙенсәлекле: Артур Тәлғәт улы, белем алыу менән бер рәттән, һәр саҡ тәжрибә тупларға тырыша, шуға күрә урындағы дауаханала санитар булып хеҙмәт юлын башлай. Һөҙөмтәлә егет, яҡшы уҡыу менән бер рәттән, эшләй һәм яҡшы тәжрибә туплай.

– Медицина училещеһын тамамлағас, Өфөнө “яуларға” киттем. 2013 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетының Дауалау эше факультетына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, киске төркөмдә уҡый башланым, параллель рәүештә Өфө Ашығыс медицина ярҙамы станцияһының Сипайлово ярҙамсыстанияһында фельдшер булып эшләнем.  Унда йәмғеһе ун йыл хеҙмәт иттем һәм хеҙмәттәштәремдең һәр береһенән нимәгәлер өйрәндем, уларҙың һәр береһе тәжрибәһен уртаҡлашты. Ул минең мәктәбемә әүерелде, тип әйтергә мөмкин.

Артур Зиннуров университетты тамамлағас, ординатурала “Ашығыс медицина табибы” белгеслеге буйынса уҡый. “Ҡәҙимге табип Ашығыс медицина ярҙамы табибынан нимә менән айырыла?” тигән һорауға ул түбәндәгесә яуап бирҙе:

 – Дауахана бүлексәһендә эшләгән табип аныҡ сирҙе дауалай, ә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәре, беренсе медицина ярҙамынан тыш, экстрен рәүештә ҡарар ҡабул итә белергә тейеш. Ғәҙәттә, бының өсөн уның бер нисә минут ҡына ваҡыты була. Ошо ваҡыт эсендә пациентҡа диагноз ҡуйырға, хәлен асыҡларға, тотороҡландырырға һәм дауаханаға илтергә тейешбеҙ. Ә бүлексәлә төрлө медицина, лаборатория тикшереүҙәрен үткәрергә мөмкин. Мәҫәлән, невролог – неврологияны, кардиолог – кардиологияны, травматолог йәрәхәттәрҙе дауалай. Ә ашығыс медицина ярҙамы табибы барлыҡ сирҙәрҙе белергә бурыслы.

Тәжрибә бер көндә генә тупланмай

Артур Тәлғәт улы Өфөлә фельдшер булып эшләгән тәүге эш көнөн әле лә бик яҡшы хәтерләй: уға пациент киҫкен аппендецит менән мөрәжәғәт итә. “Был саҡырыуҙы, медицина ярҙамын күрһәтеүҙе артыҡ ҡатмарлы, тип әйтмәҫ инем. Ауыр осраҡ менән мөрәжәғәт иткәндәре лә хәтерҙә уйылып ҡалған: 50 – 55 йәштәрҙәге бер ир мөрәжәғәт иткәйне. Ул иртәнге һигеҙенсе ярты тирәһендә поликлиникаға барған. Ул ваҡытта унда һаҡсы ғына булған һәм бер генә табип эшкә килгән. Пациент йөрәгенең ауыртыуына зарланған һәм иҫенән яҙған. Табип, үҙе кардиолог булһа ла, юғалып ҡалған, нимә эшләргә белмәгән һәм “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә шылтыратҡан. Ошо осраҡ буйынса ярҙамға килдем. Пациенттың хәле инфаркт алдынан һәм көслө аритмия ине. Ауырыуҙың хәлен тотороҡландырғас, дауаханаға алып барҙыҡ, – тип һөйләне Артур Тәлғәт улы. – Ул ошо хәлдән һуң бер ай ярым үткәс, мине эҙләп тапты, үҙенең редакцияла эшләүе һәм минең турала мәҡәлә яҙырға теләүе тураһында әйтте. Был хәл 2013 йылда булғайны. Шулай итеп, минең хаҡта мәҡәлә лә яҙылғайны. Был хәлгә 12 йыл үтте инде”. 

Артур Тәлғәт улы ошо ваҡыттан алып Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең Сипайлово ярҙамсыстанцияһында фельдшер, “Ашығыс медицина ярҙамы” табибы булып эшләгән, ярты йыл элек Шишмә ярҙамсыстанцияһына етәксе итеп тәғәйенләгәндәр. Тағы  Благовар районының Языков, Бүздәк, Дәүләкән пункттары ла Артур Тәлғәт улының етәкселегендә, ул йәмғеһе дүрт район өсөн яуап бирә. Был – 12 бригада, барлығы 70-тән ашыу хеҙмәткәр, тигән һүҙ. “Беҙҙә дуҫ, татыу, берҙәм коллектив эшләй. Һөнәребеҙ ҙә барыһын да бергә туплай, тип әйтергә мөмкин, сөнки иңебеҙгә яуаплы бурыс һалынған – донъялағы иң ҡәҙерле байлыҡ – кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Шуға күрә бер-беребеҙ өсөн терәк булырға, ярҙам итергә ынтылабыҙ, яңы килгәндәрҙе ҡанат аҫтына алабыҙ, эшкә өйрәтәбеҙ. Уҡыу ғына етмәй шул, тәжрибә кәрәк,  –  ти Артур Тәлғәт улы.

Ғүмерен медицина арнаған Артур Зиннуров ғаиләһенән дә уңған. Уның ҡатыны ла һаулыҡ һаҡлау тармағын үҙ иткән: Аида Фәнил ҡыҙы Зиннурова перинаталь үҙәктә акушер булып эшләгән. Әле ул – бала ҡарау ялында. Ғаиләлә береһенән-береһе үткер, шаян, уңған Таир менән Дияр исемле малайҙар үҫә. Уларҙың береһенә – өс, икенсеһенә – биш йәш.

Артур Тәлғәт улы, буш ваҡыты килеп сыҡһа, тарих, бигерәк тә аҙ һанлы халыҡтар, дин тураһында уҡырға ярата, археология менән ҡыҙыҡһына. Тағы шуны билдәләргә кәрәк: ул һис тә фельдшер, ашығыс медицина ярҙамы табибы һөнәрен һайлағанына үкенмәй. “Был – минең булмышым”,  – ти ул.

ҺҮРӘТТӘ: Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең Шишмә ярҙамсыстанцияһы етәксеһе Артур Зиннуров.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас