

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөтә донъя аллергия менән көрәш көнө хөрмәтенә 7–13 июлдә Аллергия сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһын үткәреүҙе иғлан итте. Тере организмдың айырым матдәгә йәки аллергендарға ныҡ һиҙгерлек торошо аллергия тип атала. Аллергия лайлалы тиресәнең көслө ҡуҙғыуы, тиренең сабыртмалар менән ҡапланыуы, дөйөм хәлһеҙлек һәм башҡа билдәләр менән барыуы мөмкин. Бөтә донъяла аллергияның тотороҡло үҫеше күҙәтелә. Халыҡтың 30-40 процентында бер йәки бер нисә аллергия сирен асыҡлайҙар.
Аллергия сирҙәренә быума йүтәл, ринит, анафилаксия, дарыу һәм аҙыҡ аллергияһы, бөжәктәр ағыуына аллергия, экзема, кесерткән биҙгәге ҡарай. Аллергия башланыуы нигеҙҙә кешенең дөйөм сәләмәтлек торошо менән бәйләнмәгән. Теләһә ниндәй матдә теләгән ваҡытта аллергия башланыуына сәбәпсе була ала.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статистикаһы буйынса, бөтә донъяла аллергик риниттан йөҙәр миллион кеше яфалана, ә быума йүтәлдән – 300 миллион кеше. Был сирҙәр пациенттарҙың ғына түгел, ә уларҙың ғаилә ағзаларының да тормош сифатын кәметә һәм йәмғиәттең социаль-иҡтисади именлегендә сағыла.
Йәйге осор – үҫемлектәрҙең ҡотороп сәскә атҡан осоро. Июлдә, мәҫәлән, аллергенлы әрем, алабута, кесерткән, арыш сәскә ата. Көньяҡ төбәктәрҙә айҙың икенсе яртыһында амброзия сәскә ата башлай. Ул – иң көслө аллергендарҙың береһе. Ҡоро елле көндә үҫемлек һеркәләре алыҫ араларға еңел тарала, һөҙөмтәлә аллергия ихтималлығы арта. Башҡа климат зонаһына ваҡытлыса күсеү мөмкин булмағанда, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Тәбиғәт ҡосағына, урман, дача, пикниктарға сығыуҙан тыйылып торорға, өйҙә һауаны таҙартыу системаһы, тәҙрәләргә махсус селтәр ҡуйырға кәрәк. Урамдан инеү менән бит-күҙҙәрҙе, танауҙы физиологик иретмә менән йыуыу, кейемдәрҙе алыштырыу кәңәш ителә. Үҙегеҙҙә аллергия булыуын һиҙһәгеҙ, мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ. Аллерголог-иммунолог тикшереү үткәргәс, реакция тыуҙырыусы аллергендарҙы асыҡлар, препараттар билдәләр һәм көнкүреште ойоштороу буйынса тәҡдимдәре менән таныштырыр.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.