Сәләмәт булайыҡ
15 Июль 2025, 12:30

Мәғлүмәтле булыу хәүефтән аралар

Балаятҡы муйынтығы яман шеше һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә йәш ҡатындарҙа йыш осрай һәм уларҙың репродуктив сәләмәтлегендә сағылыш таба

Мәғлүмәтле булыу хәүефтән араларМәғлүмәтле булыу хәүефтән аралар
Мәғлүмәтле булыу хәүефтән аралар

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 14-20 июлдә енси юл менән таралыусы инфекцияларҙы иҫкәртеү аҙнаһы тип иғлан итте. 2023 йылда Рәсәйҙә 127 080 инфекция осрағы теркәлгән. 100 мең кешегә 86,8 сир осрағы тәшкил иткән.

Сирҙән барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәр – хроник шеш һәм репродуктив система ағзаларындағы үҙгәрештәр, түлһеҙлек – ҙур хәүеф тыуҙыра. Мәҫәлән, хламидий инфекцияһының кесе янбаш ағзаларын эренле шеш процестарына килтереүе, һөҙөмтәлә түлһеҙлек үҫешеүе, эктопик йөклөлөк хәүефе барлыҡҡа килеүе мөмкин. Сирҙең һиҙҙермәй генә аҙыуы инфекцияны бик һуң осорҙа асыҡлауға килтерә һәм кешенең репродуктив системаһында өҙлөгөүҙәр башлана.

 Венерик сөйәлдәр кеше папилломаһы вирусы йоғоуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, был үҙ сиратында балаятҡы муйынтығы яман шешенә килтереүе ихтимал. Балаятҡы муйынтығы яман шеше һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә йәш ҡатындарҙа йыш осрай һәм уларҙың репродуктив сәләмәтлегендә сағылыш таба. Енси юл аша йоғоусы инфекцияларҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн  тәү сиратта йәштәрҙең мәғлүмәтле булыуына ирешеү кәрәк. Даими скринингтар, иҫкәртеү тикшереүҙәре, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, үҙ  сәләмәтлегеңә яуаплы  мөнәсәбәт һиҙҙермәй генә аҙа барған сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итәсәк.

Енси юл менән таралыусы сирҙәрҙе иҫкәртеү сараларының береһе – енси партнерҙарҙың икеһен дә мотлаҡ тикшереү һәм дауалау, шулай уҡ терапияны ваҡытында башлау. Дауаланғандан һуң билдәләнгән ваҡытта контроль тикшереү үткәреү мөһим.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас