Сәләмәт булайыҡ
17 Июль 2025, 10:30

“Абзан шарлауығы яҙмышымды үҙгәртте”

Беҙҙең эштә иң ҡатмарлыһы – диспансерлаштырыу үткәреү...

“Абзан шарлауығы яҙмышымды үҙгәртте”“Абзан шарлауығы яҙмышымды үҙгәртте”
“Абзан шарлауығы яҙмышымды үҙгәртте”

Эльвира Байгилдина Йылайыр ҡыҙы булһа ла, ғүмеренең байтаҡ өлөшөн Сибай, Өфө тарафтарында үткәргән. Әле Архангел районының Абзан ауылында яңы дәрт һәм маҡсат менән донъя көтөүҙәренә,йорт төҙөй башлауҙарына ысын  күңелдән шатлана. “Ниһайәт, ултыраҡландыҡ шикелле. Яңы йәшәү урыныбыҙ, тәбиғәт һәм ауыл халҡы күңелгә ятты, әйтерһең дә ғүмер баҡый ошо ерҙә донъя көткәнбеҙ”, – тип йылмайып һүҙ башланы Эльвира Зинур ҡыҙы.

Ул һөнәре буйынса – өлкән фельдшер, бөгөн яңы, бөтә уңайлыҡтары булған фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй. “2022 йылдың июль айынан Абзанда йәшәй башланыҡ. Быға тиклем баш  ҡала тормошона яйлашып, шунда балалар үҫтереп, һөнәремде яратып башҡарһам да, ниңәлер, ауыл магниттай үҙенә тартты ла торҙо”, – ти Эльвира Байгилдина.

Һәр кемдең яҙмыш сәғәте һуҡҡан мәле була, күрәһең. Эльвира ғаиләһе менән Абзан шарлауығына ял итергә килгәндә, был яҡтың тәбиғәтенә һоҡланып туя алмай. Иркен биләмәлә ирәйеп ултырған ауыл, көмөштәй ялтырап ятҡан Ергән, йәмле йорт һәм ихаталар ғаиләгә оҡшап ҡала. Ҡыҙыҡһыныуҙарын еңә алмай, ауыл советы башлығына инеп, йорт төҙөү өсөн биләмә булыу-булмауы тураһында белешмәксе булалар.

–Минең Өфөлә “Мать и дитя” клиникаһында фельдшер булып эшләүемде ишеткәс, ауыл биләмәһе башлығы: “Һеҙ беҙгә бик кәрәк”, – тип минең өсөн эш урыны булыуын белдерҙе. “Юҡ, беҙ күсергә уйламайбыҙ”, тип уның теләген һүрелтмәксе булдым. Тик ул һис күңелен төшөрмәне, ихласлыҡ менән беҙҙе Абзан буйлап  йөрөтөп, матур экскурсия ойошторҙо. Ысынлап та, ҙур ауыл беҙгә оҡшаны, әйтерһең дә, ҡайҙалыр оҙаҡ йәшәгәндән һуң тыуған яғыма яңынан әйләнеп ҡайтҡандай булдым, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Эльвира Зинур ҡыҙы.

Шулай итеп, утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған фельдшер “Ауыл фельдшеры” программаһына  инеп, Абзан халҡына медицина ярҙамы күрһәтә башлай. Уның менән бергә медицина пунктында акушер Рәмзиә Бикбулатова ла эшләй. “Бөтә уңайлыҡтары булған, яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған медицина учреждениеһында эшләү үҙе бәхет!”– тип иҫәпләй медицина хеҙмәткәрҙәре. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа бер-бер артлы ҡалҡып сыҡҡан  модулле медицина пункттары күңелде шатландыра.

 Яңыраҡ  Бөрйән районында  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының күсмә ултырышында  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тармаҡтағы уңыштарҙы билдәләп былай тип белдерҙе: “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар биреүе һөҙөмтәһендә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу буйынса етди эш дауам итә. Башҡортостан Волга буйы федераль округында модулле ФАП-тар урынлаштырыу буйынса лидерлыҡты тота. 2021 йылдан алып республикала 361 ФАП төҙөлдө, был Волга буйы федераль округында яңыртылған медицина пункттарының яртыһынан күбеһен тәшкил итә. 2025 йылда республика тағы ла алты поликлиника һәм 134 модулле медицина учреждениеһын аласаҡ. Шулай уҡ туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла”.

–Минең элек лабораторияла эшләүем, анализдар алыу һәм тикшереү буйынса тәжрибәм булыуым яңы эшемдә ныҡ ярҙам итте. Медицина пунктында анализдарҙы үҙем алам. Беҙҙең эштә иң ҡатмарлыһы – диспансерлаштырыу үткәреү.  Халыҡты  йорт-ҡура мәшәҡәттәренән айырып, өйҙәренән сығарыуы  бик ауыр. Хатта бер ваҡытта табипҡа күренмәгәндәр, сире барлығын белмәй йөрөгәндәр булды.

“Сәләмәтлек поездары” килер алдынан өй буйлап йөрөп,  тикшереү үтергә өгөтләнек, хатта ҡәтғилек күрһәтергә тура килде.  Йортонан сыға алмағандарҙы ла ситтә ҡалдырманыҡ, уларҙы йәшәү урындарында ҡабул иттек. Диспансерлаштырыуҙың тәүге этабына ҡырҡтан ашыу  кеше килде. Ҡайһы бер хәүефле сирҙәр асыҡланды, бер пациентҡа I төркөм инвалидлығы, икенсе берәүһенә II төркөм инвалидлығы рәсмиләштерелде.

Бер көн үҙем руль артында барғанымда таныш ҡатынды юлда машинама ултыртып алдым. ”Ниңә диспансерлаштырыуға килмәйһең, хәлдәрең нисек?” тип һорашмай булдыра алманым. “Ниңәлер хәлем юҡ, һыуҙы күп эсәм”, тип зарланды юлдашым. Һүҙендә торҙо, анализ бирергә килде. Ҡанындағы шәкәр – туғыҙ промилле! Элегерәк мөрәжәғәт иткән булһа, дауаны иртәрәк тәғәйенләгән булыр инек.

 

Белешмә өсөн.

Диспансерлаштырыуҙы Башҡортостандың ҡулында Мотлаҡ медицина страховка полисы булған, 18 йәше тулған  һәр гражданы бушлай үтә ала. Был сара ике мөһим бурысты үтәй: беренсеһе – ҡан әйләнеше системаһы, яман шеш, шәкәр диабеты һәм хроник үпкә сирҙәрен иртә асыҡлау. Тап ошо патологиялар йышыраҡ инвалидлыҡ һәм иртә үлем осраҡтары сәбәбе булып тора. Икенсе бурыс – сирҙәрҙең  төп хәүеф факторҙарын асыҡлау һәм көрәшеү. Бында һүҙ юғары ҡан баҫымы, холестерин һәм глюкоза кимәле, насар ғәҙәттәр, һимеҙлек, аҙ хәрәкәтсәнлек тураһында бара. Өҫтәүенә диспансерлаштырыу үтеүселәргә түләүле ял көнө бирелә. Тәүге этапта ниндәйҙер проблема табылғанда, диспансерлаштырыуҙың икенсе этабын үтергә, тар белгестәргә күренергә  тура киләсәк.

 

Ауылда оло йәштәгеләр байтаҡ. 95 йәште уҙған ете әбей бар, ә Шәрифә  Ҡужәхмәтова инәйгә – 101 йәш. Уларҙың һәр береһе айырым иғтибар һәм ихтирамға лайыҡ. Балалы ғаиләләр ҙә етерлек. Балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр сәләмәтлеген хәстәрләү ҙә беҙҙең яуаплылыҡта. Ҡыш етһә, унда медицина тикшереүҙәре башлана, – тип, өлкән фельдшер хеҙмәтенең беҙҙең күҙгә салынмаған ҡатмарлы яҡтарын да билдәләп үтте.

Эльвира ханым тормош иптәше менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Барыһы ла тормошта үҙ юлын табып, ата-әсәһен һөйөндөргәндәр. Айҙар Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, геофизик һөнәрен алған, хәҙер Санкт-Петербург ҡалаһында эшләй. Айгиз тау техникумын тамамлағандан һуң Мәскәү ҡалаһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡыҙҙары Розалияға 16 ғына йәш, әммә ул да яратҡан һөнәрен һайлаған, дизайнерлыҡҡа уҡый. 

Динә Арыҫланова.

 Архангел районы.

 Дилбәр Ишморатова фотоһы.

Фельдшер Эльвира Байгилдина 90 йәшлек хеҙмәт ветераны  Райхана Теләпҡолованы  ҡабул итә.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас