

26 һәм 27 июлдә Өфөлә “Рәхәттә” IV халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале үтә.
Ул Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” паркында мунса мәҙәниәтенә арналған иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Программала мәҙәни, спорт саралары, эшлекле осрашыуҙар, фитнес күнекмәләре, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө шоуҙар, Рәсәйҙең алдынғы пар оҫталарынан коллектив быуланыу, релаксация ғәмәлдәре һәм массаж зоналары, һыуҙа күңел асыуҙар, күбекле дискотека, гастрофестиваль һәм башҡалар ҡаралған.
– Һаулыҡ һәм туризм форумы, ысынлап та, бик үҙенсәлекле. Уға мунса чемпионаты, эшлекле программа, спорт әүҙемлеге, балалар һәм фитнес программалар инә. Был форум республиканың ваҡиға сараларына инде һәм сәйәхәт.рф сайтында билдәләнде. Беҙ халыҡ-ара ҡунаҡтарҙы ла, Рәсәй ҡунаҡтарының да килеүен көтәбеҙ. Ә иң мөһиме – һауығыуҙың яңы традицияларын күрһәтергә һәм быларҙың барыһы ла үҙебеҙсә икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйбеҙ. Ауылда мунса һәр ваҡыт халыҡ өсөн төп шифахана тип һаналған. Был фестивалдә мунсаларҙа ҡулланылған яңы алымдарҙы күрһәтәсәкбеҙ. Был эҫе байрам ғаилә менән ҡалала ваҡытты яҡшы үткәреү өсөн һәйбәт һәм беҙ ҡала туризмын пропагандалайбыҙ, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Министр һүҙҙәренсә, эшлекле программала һауыҡтырыу буйынса алдынғы эксперттар сығыш яһаясаҡ. Һәм был ниндәйҙер аңлайышһыҙ дауалаусылар түгел, ә ҙур клиникалар, шифаханалар етәкселәре, медицина фәндәре кандидаттары, халыҡты һауыҡтырыуҙа ҙур тәжрибәгә эйә кешеләр. Әйткәндәй, бында республиканың барлыҡ ҙур шифаханалары яңыртылған программалар менән тәҡдим ителәсәк.
Ә иһә эшлекле программа өс өлөшкә бүленә. Беренсе көн һауыҡтырыуға, сәләмәтләндереү практикаларына арнала. Икенсе өлөшө - иҡтисадҡа һәм туризмға. Был килем килтереүсе тармаҡ. Өсөнсө өлөшө ҡырағай дарыу үләндәре менән һауыҡтырыуға арнала. Тап өсөнсө өлөшөндә Алтайҙан үләндәр менән дауалаусы менән осрашыу буласаҡ. Унан тыш Төркиәнең СПА-ны үҫтереүсе компанияһы вәкилдәре лә сарала ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Мәләүез районынан Эдуард Ниғмәтуллин киләсәк, ул үҙенсәлекле экоферма булдырған, унда ул сырҙарҙан тыш, һеркәле (сыворотка) ванналар эшләй.
Эшлекле осрашыуҙарҙа инде халыҡ-ара эксперт Папстел Ойгенды күрергә мөмкин. Ул ғүмеренең күп өлөшөн Мюнхенда, Германияла үткәрһә лә, хәҙер Рәсәйҙә йәшәй. Фестиваль сиктәрендә инде ул менеджмент тураһында европа күҙлегенән сығып тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Ә инде бындай форумға уҡырға, өйрәнергә, тәжрибә уртаҡлашырға тигән теләк менән Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренең тиерлек мунса ассоциациялары киләсәк.
Һәм, әлбиттә, сараға Башҡортостандың да барлыҡ мунса етештереүселәре киләсәк, улар үҙ продукцияһын һатыу, үҙҙәрен баҙарҙа танытыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бөтә ял итеү турбазалары вәкилдәре йыйыласаҡ. Улар ҙа үҙҙәре менән таныштырып, яңылыҡтарҙы һәм яңы үҫеш тенденцияларын ҡараясаҡ. Әйткәндәй, “Евразия мунса федерацияһы” ойошмаһы директоры, мунса оҫталығы буйынса вице-чемпион Кристина Бугрова әйтеүенсә сараға бөтә Рәсәйҙән 25-тән ашыу мунса етештереүсе киләсәк. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда уҙған йылда бер генә мунса етештереүсе 550-гә яҡын мобиль мунса һатҡан.
– Мунса тармағының потенциалы ҙур. Мунса – кешенең психоэмоциональ торошон тотороҡло итергә һәм нығытырға мөмкин булған урын. Башҡортостан Рәсәйҙең Мунса баш ҡалаһы булыу өсөн бик ышаныслы алға бара, – тине Кристина Бугрова. – 26 июлдә Коллектив парланыу буйынса Рәсәй чемпионатында иң яҡшы оҫта кем икәне асыҡланасаҡ. Был ысынлап та иҫ киткес шоу. Ул чемпионат 2022 йылда Өфөлә иң ҙур мобиль мунсала үтәсәк. Ул саҡта беҙ 103 кешене һыйҙырғайныҡ мунсаға. Киләһе йылға тағы ла күберәк һәм ҙурыраҡ мунсалар ҡуйырға планлаштырабыҙ. Был чемпионат кешеләргә мунса оҫталығының ни тиклем үҫкәнен күрергә мөмкинлек бирәсәк.
Спикер һөйләүенсә, йыл дауамында республикала Рәсәйҙең иң сағыу мунсаларҙың береһен асыу планлаштырыла – ул беренсе мунса-амфитеатр буласаҡ. 100 квадрат метрлыҡ амфитеатр 100-ҙән ашыу кешене һыйҙырасаҡ. Уның Башҡортостан менән бәйле бик ҡыҙыҡлы легендаһы буласаҡ.
Әйткәндәй, “На рахате” фестивалендә быйыл 25 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Маршрут автобустары тотороҡло йөрөйәсәк, коллектив быуланыуҙарҙа һәм гастрофестивалдә дегустацияларҙа бушлай туҡланырға һәм башҡа бик күп күңелле шоуҙарҙа бушлай ҡатнашырға мөмкин буласаҡ, тип барыһын да халыҡ-ара эҫе фестивалгә саҡыра ойоштороусылар. Бының өсөн үҙегеҙ менән аяҡҡа шлепанцы һәм мунса кәрәк-яраҡтары ғына алырға кәрәк. Сара майҙансығында спиртлы эсемлектәр һатылмай һәм үҙең менән индерергә лә ярамай, әммә һатыу нөктәләрендә ҡымыҙ, һитә балы кеүек һәм аҙ алкоголле эсемлектәр табырға мөмкин буласаҡ. Спикерҙарҙың әйтеүенсә, иң дөрөҫ һәм тулы программа “На рахате” фестиваленең сайтында кесаҙна иртәнге ваҡытта баҫылып сығасаҡ, ә фестиваль үҙе 26 июль 10:00 сәғәттә “Ҡашҡаҙан” паркында башланасаҡ.
Автор фотоһы.