"Рәхәттә" һаулыҡ һәм туризм фестивалендә мунса мәҙәниәтен яратыусылар, шулай уҡ эшлекле, фәнни, спорт, мәҙәни, күңел асыу программаларында ла теләп ҡатнашты.
Был осраҡта ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар менән фестивалдең эшлекле программаһы спикерҙары осрашты. Мәҫәлән, егерме йәшендә үҙенең беренсе миллион евроһын нисек эшләп алыуын һәм жигулиҙы мерседес хаҡына нисек һатырға икәнде бизнес-тренер Папстел Ойген һөйләне.
– Беҙ күп осраҡта бер нәмәгә лә кәрәкмәһә лә берәй әйбер һатып алырға яратабыҙ. Сәғәт, сумкалар һәм башҡалар. Ниндәйҙер акцияларҙа йә күңел асыу урындарында мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк тип уйлайбыҙ. Ләкин был осраҡта беҙ рекламаларға ҡарап, ышанып,алданабыҙ. Шуға күрә миллион һум эшләгең килһә – башта төрлө ялтырауыҡтарға ҡыҙмай, булған аҡсаңды исрафламаҫҡа өйрәнергә кәрәк – тип уртаҡлашты ул.
Башҡортостандың сағыу урындарына йөрөргә яратыусылар күҙлегенән "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының генераль директор урынбаҫары Дмитрий Каретко һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, республикабыҙҙың иң матур урындары – кеше аяғы баҫмаған һәм баҫа алмаған, бер нисек тә барып етеп булмаған төпкөл урындар, шуға ла әле туристар өсөн беҙҙең республиканың бөтә матурлығы асып һалынмаған.
Барыһына ла, әлбиттә, Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ Дмитрий Волковтың термаль сығанаҡтар тураһында һөйләүе оҡшаны. Мегаполиста термо-комплекстарҙы киң йәйелдереү һәм ҡала халҡының ял мәҙәниәте тураһында уртаҡлашты ул:
– Мин 25 йыл инде кешене хеҙмәтләндереү һәм матурлыҡ өлкәһендә эшләйем. Шуны әйтеп үтер инем, мунса, парланыу, термо- мәҙәниәтенә кешеләрҙе саҡырыр өсөн башта үҙең уны яратырға һәм үҙеңә һауығырға кәрәк. Сөнки беҙ ҙур-ҙур термо-комплекстар менән эшләйбеҙ һәм унда бик күп кеше килеп физик яҡтан ғына түгел, әхлаҡи яҡтан да һауығыу үтә. Бөгөн ҡала кешеләренә клубтар, барҙар бик үк ҡыҙыҡ түгел, һәм улар бер урынға фитнесҡа, икенсе урынға бассейнға, өсөнсө урынға мунсаға йөрөп күп ваҡыттарын юлға уҙғармаһын өсөн, беҙ термо- комплекстар төҙөйбөҙ, унда барыһы бергә. Һәм уларҙы Рәсәйҙең һәр ҡалаһында асырға тырышабыҙ, бына тиҙҙән Стәрлетамаҡта ла асыласаҡ.
Тематик сессияларҙа, шулай уҡ СПА-мунса буйынса Рәсәй чемпионы Александр Жирнов, Массаж һәм мунса технологиялары мәктәбенә нигеҙ һалыусы Наталья Маслова, термаль проектлау өлкәһендә эксперт Светлана Ивакина, "Башҡорт кәзәһе" экофермаһы хужаһы Эдуард Ниғмәтуллин ҡатнашты.
"Башҡорт кәзәһе" экофермаһы нисек итеп күп ауырыуҙарҙы дауалаусы тармаҡҡа әйләнеп китеүе хаҡында Эдуард Ниғмәтуллин үҙе уртаҡлашты:
– Яңы һауылған йылы һөт, ысынында, бик файҙалы. Минеңсә, ауырығанда, әлбиттә, Аллаһ Тәғәлә ярҙам итә, әммә беҙҙең өсөн уның сәбәбе – һөт. Фермала кәзәләр тиҙ үрсене, уларҙың һаны 11-гә еткәс, эшсе ялланым һәм ул ваҡытта туризм менән шөғөлләнгәнлектән, һөттө башта бушлай тараттыҡ. Әммә кәзәләр 20-нән ашыу булып киткәс, һөттән сыр етештерә башланыҡ. Сыр яҡшы килеп сыҡты һәм был тармаҡты киң йәйелдереү өсөн мин сит илдәргә йөрөп сыр эшләргә өйрәнә башланым, белем тупланым.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, бизнес-тренерҙар ҡатнашлығындағы семинар ҙур уңыштарға өлгәшкән эшҡыуарҙарға ла, үҙ эшен яңы башлағандарға ла файҙалы булды.
Фотолар: "Рәхәттә" фестиваленең матбуғат хеҙмәте.