Сәләмәт булайыҡ
5 Август 2025, 07:00

Сабый өсөн күкрәк һөтөнән дә файҙалыраҡ аҙыҡ юҡ

Балалар өсөн сығарылған ҡатнашмалар ҙа уны ҡабатлай алмай, сөнки ул ҡатмарлы, “тере” биологик шыйыҡса, инфекцияларҙан һаҡлау менән бергә, сабыйҙың иммун системаһы үҫешеүенә лә булышлыҡ итә.

Сабый өсөн күкрәк һөтөнән дә файҙалыраҡ аҙыҡ юҡСабый өсөн күкрәк һөтөнән дә файҙалыраҡ аҙыҡ юҡ
Сабый өсөн күкрәк һөтөнән дә файҙалыраҡ аҙыҡ юҡ

Сабыйҙы имеҙеп үҫтереү - уның сәләмәтлеге өсөн иң яҡшы ысул. Әммә, күреүебеҙсә, өс сабыйҙың икеһе тәҡдим ителгән алты ай эсендә күкрәк һөтө менән туйыныуҙан мәхрүм – был күрһәткес һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә үҙгәреш кисермәне.

Күкрәк һөтө – сабый өсөн иң яҡшы аҙыҡ. Ул хәүефһеҙ, зарарһыҙ һәм унда  күп төрлө балалар сирҙәренән һаҡлаусы антиматдәләр бар. Тәүге айҙарҙа күкрәк һөтө сабыйҙы тейешле энергия һәм туҡланыу матдәләре менән тәьмин итә, ә йылдың икенсе яртыһында баланың туҡланыуға ихтыяжының яртыһын тәьмин итә, ә йәше тулғандан һуң – өстән бер өлөшөн.

Күкрәк һөтө менән туйынған сабыйҙарҙың интеллекты яҡшы, улар тән ауырлығы артыу йәки һимереү менән яфаланмай. Табиптарҙың әйтеүенсә, улар, өлкәнәйгәс, шәкәр диабеты менән һирәк ауырый. Балаларын имеҙеп үҫтергән әсәләрҙә яман шеш сире хәүефе кәмей.

Туҡланыу ҡиммәтенән тыш, күкрәк һөтө еңел үҙләштерелә, баланың бөтә ихтыяжына яуап бирә, сабыйҙың бөтә үҫеш этаптарында уның физик һәм аҡыл йәһәтенән үҫешен тәьмин итә.

Күкрәк һөтөндә бөтә тейешле үҙенсәлекле матдәләр – үҫеш факторҙары, гормондар, ферменттар, һыу  бар. Күкрәк һөтөн яһалма рәүештә  етештереп булмай. Балалар өсөн сығарылған ҡатнашмалар ҙа уны ҡабатлай алмай, сөнки ул ҡатмарлы, “тере” биологик шыйыҡса, инфекцияларҙан һаҡлау менән бергә сабыйҙың иммун системаһы үҫешеүенә лә булышлыҡ итә.

Тәжрибәнән күренеүенсә, күкрәк һөтө имеп үҫкән сабыйҙар эс ауыртыуы, отиттар, респиратор сирҙәр һәм аллергия менән һирәк ауырый.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Сабый өсөн күкрәк һөтөнән дә файҙалыраҡ аҙыҡ юҡ
Сабый өсөн күкрәк һөтөнән дә файҙалыраҡ аҙыҡ юҡ
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас