Ә бына табиптар фекеренсә, туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороу төрлө үлемесле сирҙәрҙе бөтөрөhгә ярҙам итә. Бының менән бөтә донъяға билдәле табип Уильям Ли ҙа риза. Һәм ул кәңәштәрен бирә.
Табип һүҙҙәренә ышанһаң, рационға ангиогенлы аҙыҡ-түлек индереү мөһим. Улар ҡан тамырҙары аша яман шеш күҙәнәктәрен һуғарыуҙы туҡтата. Бындай аҙыҡ-түлеккә томат, йәшелсә, йәшел сәй, еләктәр, кимчи, йогурт һәм кәбеҫтә инә. Ә кәбеҫтәнең тоҙланғаны ла яман шеш менән көрәшергә ярҙам итә икән. Яман шеш күҙәнәктәрен ҡәһүә, грек сәтләүеге, чили боросо, брокколи, шәмәхә бәрәңге һәм ҡара көртмәле үлтереүгә һәләтле.
Шулай булғас, иптәштәр, әйҙәгеҙ, дөрөҫ туҡланайыҡ һәм был яман сир тураһында онотайыҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.