Сәләмәт булайыҡ
11 Август 2025, 09:30

“Сәләмәтлек поезд”арын көтөгөҙ

Был аҙнала ҡайһы райондарға барырҙар? 

“Сәләмәтлек поезд”арын көтөгөҙ“Сәләмәтлек поезд”арын көтөгөҙ
“Сәләмәтлек поезд”арын көтөгөҙ

Башҡортостанда“Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә.Былаҙналамедиктарҙыңмобиль бригадаларыНуриман, Ҡыйғы, Ҡариҙел, Көйөргәҙе, Бишбүләк, Йылайыр, Миәкә, Хәйбулла райондарының алыҫ ауылдарында йәшәүселәрҙе ҡараясаҡ. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Уныңһүҙҙәренсә, 21 апрелдән табиптар 254 тораҡ пунктта 133 меңдән ашыу тикшереү, 30 меңгә яҡын рентген-тикшереү үткәргән.Белгестәрбыл ваҡытэсендә онкология, диабет, туберкулез һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары буйынса 3290 шик асыҡлаған.Пациенттарөҫтәмә тикшереүгә ебәрелгән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас