Сәләмәт булайыҡ
15 Август 2025, 08:30

Киләсәккә ышаныслы ҡараш ташлап

2030 йылға тиклем баш ҡалала 118 балалар һәм өлкәндәр поликлиникаһы яңыртыласаҡ.

Киләсәккә ышаныслы ҡараш ташлапКиләсәккә ышаныслы ҡараш ташлап
Киләсәккә ышаныслы ҡараш ташлап

Хәстәрлек тәүге звенонан башлана

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙең комплекслы программаһы тормошҡа ашырыла: дауахана һәм поликлиникалар төҙөү менән бергә яңы технологиялар индереү, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, ауыл ерҙәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын урынлаштырыу дауам итә. Тап шулай бөтә йүнәлештәрҙе тигеҙ тартырға тырышыу һөҙөмтәһендә генә көтөлгән уңышҡа өлгәшергә мөмкин.

Һаулыҡ һаҡлау тармағы үҫешенә республикабыҙҙа йыл һайын ҙур средстволар йүнәлтелә. Һуңғы алты йылда 45 медицина объекты, 500-ҙән ашыу модулле конструкциялар төҙөлдө, 35 мең берәмектән ашыу медицина ҡорамалы алынды, бер меңдән ашыу санитар автотранспорт тапшырылды. Мәҫәлән, быйыл Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан ғына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина учреждениеларының баш табиптарына 31 еңел автомобиль асҡысын тапшырҙы. Яңы техника һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты буйынса, федераль средстволарҙы ла йәлеп итеп, Аҡъяр, Асҡар, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Туймазы, Саҡмағош, Яңауыл үҙәк район дауаханаларын тәьмин итте. Машиналар шулай уҡ Өфө һәм Күмертау медицина учреждениеларына оҙатылды.

Автопаркты даими яңыртыу һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы эшмәкәрлеген яҡшыртыуға йоғонто яһай. Башҡортостан етәксеһенең әйтеүенсә, быйыл медицина хеҙмәткәрҙәренә бөтәһе 90-ға яҡын машина тапшырыласаҡ. “Был эш даими дауам итә. Беҙҙең бурыс –техника паркын тулыһынса яңыртыу. Сафтан сыҡҡан автомобилдәрҙең бер өлөшөн махсус хәрби операция зонаһына ебәрәбеҙ. Беҙҙең медицина сифат яғынан яңыра. Алда эш күп, дауаханаларҙың ҡорамалдары ла яңыртыуҙы көтә”, – тип белдерҙе ул тантанала.

Федераль кимәлдәге юғары баһа

 Яңыраҡ Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко интервьюларҙың береһендә Башҡортостанда күп һанда инновацион технологиялар индерелеүе һәм медицина инфраструктураһының үҫешеүе тураһында белдерҙе. “Иң мөһиме, биналар һәм ҡоролмалар сифатындағы инфраструктура үҙгәрә. Шуға күрә яңы технологиялар елләтеүгә, электр менән тәьмин итеүгә һәм башҡа күп нимәләргә яңы ҡараш талап итә. Һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа республикала кадрҙар сәйәсәте, яңы технологиялар һәм ҡоролмалар төҙөлөшө уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғыһы, әлбиттә, иң ҙур проект – кардиология үҙәге. Быға тиклем балалар дауаханаһы подразделениеһын сафҡа индерҙек, бик күп һанда амбулатор-поликлиника звеноһы ойошмалары ремонтланды”, – тине министр. Ул Башҡортостанда һанлы һаулыҡ һаҡлауҙағы проекттарҙың үҫешен айырыуса билдәләп үтте – былар һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, берҙәм мәғлүмәт системаһы, телемедицина консультациялары һәм башҡалар. Министрҙың әйтеүенсә, Башҡортостан етәкселеге фәнни эшләнмәләргә һәм кластер мөхитен барлыҡҡа килтереүгә ҙур иғтибар бирә, шуға күрә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығында республиканың үҙ асыштарына нигеҙләнгән инновация үҫеше перспективаларын юғары баһалайҙар.

 Федераль кимәлдәге юғары баһа – төбәк хөкүмәтенең планлы рәүештәге эш һөҙөмтәһе. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республиканың иң төпкөл мөйөштәрендә лә табип хеҙмәте ваҡытында күрһәтелергә һәм һәр кем файҙаланырлыҡ булырға тейеш.

– Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы – тап халҡыбыҙҙың сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек башланған урын. Поликлиникаларҙағы шарттарҙан, йыһазландырыуҙан, унда эшләгән табиптарҙың эшмәкәрлегенән күп нәмә тора. Һуңғы йылдарҙа беҙгә тәүге звеноның ладшафтын етди үҙгәртергә, был маҡсаттарға байтаҡ федераль финанс сығымын йәлеп итергә мөмкин булды. Һәм беҙ был эште дауам итәбеҙ. Кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу беҙҙең, һис шикһеҙ, өҫтөнлөктәребеҙ булып ҡаласаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһының үҫеше” программаһын тормошҡа ашырыуға алдағы ете йылда 822 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ, тип хәбәр иттеләр Хөкүмәттә. Аҡса федераль һәм төбәк бюджеттарынан бүленәсәк, иң ҙур өлөшөн – 640 миллиард һумдан ашыуын Мотлаҡ медицина страховкаһының территориаль фонды бирәсәк.

 “Үҙәктең мөһим ҡарарын көтәбеҙ”

Быйыл да һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә яңы һулыш биреүсе мөһим пландар тормошҡа ашырылырға тейеш. Благовещен, Учалы, Яңауыл ҡалаларында, Асҡын, Баҡалы һәм Әбйәлил райондарында алты поликлиниканың файҙаланыуға тапшырылыуы көтөлә. Өҫтәүенә туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектын ремонтлау һәм 134 модулле конструкция урынлаштырыу күҙаллана. Быйылғы планда – биш меңдән ашыу медицина техникаһы һатып алыу. Ашығыс медицина ярҙамы автопаркын яңыртыу өсөн 99 санитар автомобиле алыу планлаштырыла. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтулиндың белдереүенсә, тәүге звено инфраструктураһы торошон анализлау 2026-2030 йылдарға төбәктең яңыртыу программаһы проектын эшләргә мөмкинлек биргән. Документ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тикшереү һәм төбәктәргә дотация бүлеү буйынса һуңғы һүҙҙе әйтеү өсөн тапшырылған. Республика етәксеһе билдәләнгән маҡсаттарға ирешеүгә яуаплы ҡарарға саҡырып: “Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тәүге звеноны артабан яңыртыу өсөн финанслау буйынса мөһим ҡарарын көтәбеҙ, был –  бик ҙур эш күләме”, – тине. Алдағы биш йыллыҡта көслө ярҙам“ҡулының” бөтә медицина учреждениеларына барып етәсәгенә ышаныс бар.

 Башҡортостан пландары 2025 йылдың башынан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырылыусы яңыртылған милли проекттар менән тығыҙ бәйләнгән. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың ғүмерен арттырыуҙа яңы күрһәткестәргә ирешеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын – 78, ә 2036 йылға – 81 йәшкә тиклем еткереү. Әйткәндәй, эштең тәүге емештәре күренә. Мәҫәлән, 2024 йыл һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан илдә “Һаулыҡ” милли проекты бурыстарын үтәү кимәле буйынса беренсе урынға лайыҡ булды.

Һанлы медицина – бөгөнгө ысынбарлыҡ

Яңыраҡ республикабыҙҙың “Һанлы ФАП” проекты Рәсәйҙә “Оргздрав: лидеры отрасли” Бөтә Рәсәй премияһы жюрийы фекеренсә, иң яҡшыһы тип табылды. Һанлаштырыу ауыл халҡына, йәшәгән урынынан ситкә китмәйенсә, ҙур дауахана табиптары һәм белгестәренең кәңәшен алырға мөмкинлек бирә, пациенттарға телемедицина консультациялары ярҙамға килә. Урындарҙа фельдшерҙар ҡатмарлы мәсьәләләргә  юлыҡҡанда Өфө белгестәре менән кәңәшләшә ала, онлайн рәүешендә коллегалары менән дауалау тактикаһын билдәләй, анализдарҙы бергәләп тикшерә, кәрәк булғанда башҡа медицина учреждениеһына күсереүҙе хәл итә. Был пациенттың сәләмәтлеге өсөн ҡәҙерле булған “алтын” ваҡытты үткәреп ебәрмәү өсөн мөһим. Былтыр табиптар тарафынан үткәрелгән 140 меңдән ашыу телемедицина консультацияһының  ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуға ҙур өлөш индереүенә шик юҡ. Сағыштырыу өсөн: 2018 йылда ни бары 3,5 мең консультация уҙғарылған.

Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын асҡанда Рәсәй Президенты  Владимир Путин ҡан тамырҙарына һәм йөрәккә ҡатмарлы операциялар үткәрелә торған бындай медицина үҙәктәренең тотош ил өсөн  ғәҙәттән тыш мөһим мәсьәлә икәнен билдәләне һәм төбәк етәкселәренән дауалау сылбырындағы тәүге звено тураһында ла хәтерҙә тотоуҙарын  һораны.

“ФАПтар тураһында ла онотмауығыҙҙы һорайым, был ҙур булмаған тораҡтарҙа йәшәүсе  миллионлаған граждандарыбыҙға ҡағыла, унда йыш ҡына фельдшерҙарҙан башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре лә юҡ. Шуға күрә ФАПтарҙы ремонтлау, төҙөү, уларға белгестәрҙе йәлеп итеү, улар өсөн шарттар тыуҙырыу, бөтәһенән элек торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса эште дауам итеү кәрәк, һеҙ был хаҡта яҡшы беләһегеҙ”, – тине Владимир Путин.

Башҡортостан ауылдарында  ике меңдән ашыу медицина пункты эшләй. Федераль һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында һуңғы алты йыл эсендә биш йөҙҙән ашыуы иҫке биналарҙан заманса модулле биналарға күсте. Яңы системала эшләү өсөн 23 меңдән ашыу хеҙмәткәр уҡытылған. Төбәктә медицина документтарының берҙәм базаһы булдырылған. Пациенттың электрон медицина картаһы мәғлүмәттәренән, ҡайһы медицина ойошмаһына теркәлеүенә ҡарамаҫтан, табиптар базанан файҙалана ала. Тәүге звено медицина учреждениелары һанлы медицина изделиелары менән этаплап тәьмин ителәсәк. Бөгөн ФАПтарҙы диагностика ҡорамалдары, шул иҫәптән дистанцион тапшырыу функциялы компьютер кардиографтары менән йыһазландырыу бара.

 Фельдшерҙың ярҙам саралары ла артты, ҡан баҫымын үлсәп, табип тәғәйенләгән йүнәлтмә буйынса энә ҡаҙауҙан тыш, фельдшер хәҙер дистанцион рәүештә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын рәсмиләштерә, электрон рецепт яҙа, телемедицина консультацияһын үткәрә ала. Мәҫәлән, электркардиограмма алып, шунда уҡ табипҡа кәңәшләшеү өсөн ебәрергә мөмкин. Хәҙер интернет медицина пункттарының 97,3 процентында бар. Башҡортостандың һанлы системаһы 205 ойошманы берләштерә.

Сират өфөләргә килеп етте

Республиканың бәләкәй ҡала һәм ауылдарында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын нигеҙҙә федераль  программалар буйынса әүҙем яңыртыу һәм төҙөү барғанда, баш ҡаланың поликлиникалары сираттарын көтөп, баҫалҡы ғына ситтә ҡала бирҙе. Өфө поликлиникалары федераль программаға инмәгәнлектән, балалар медицина ойошмалары ла, өлкәндәрҙеке лә яңыртыла алманы. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2004 йылда Өфөлә төбәк программаһы буйынса тәүге поликлиникаларҙы ремонтлау башланды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, баш ҡалалағы дауалау учреждениеларының хәҙерге торошо өфөләргә сифатлы медицина хеҙмәттәрен алырға мөмкинлек бирмәй. Республика ауыл һәм бәләкәй ҡалалар инфраструктураһын камиллаштырыуға байтаҡ көс һәм средстволар бүлеүен дауам итә, хәҙер баш ҡаланың медицина учреждениеларын тәртипкә килтерергә кәрәк.

– Был тиҙ процесс түгел, әммә Өфө өсөн профилле программа ҡабул итһәк, һаулыҡ һаҡлауҙың ҡала системаһын аҡрынлап яңырта аласаҡбыҙ, – тип, Радий Хәбиров баш ҡалалағы тәүге медицина  звеноһын этаплап яңыртыу планын әҙерләргә һәм финанслауҙы тәьмин итергә ҡушты.

План буйынса, 2030 йылға тиклем баш ҡалала 118 балалар һәм өлкәндәр поликлиникалары яңыртыласаҡ. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 3,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк, тағы 4,5 миллиард һум поликлиникаларҙы медицина ҡормалдары, йыһаздар, оргтехника менән тәьмин итеүгә тотоноласаҡ. Былтыр 2-се, 5-се балалар поликлиникаларында, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында, республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙа, 17-се балалар дауаханаһында ремонт эштәре башҡарылды ла инде.

Айрат Рәхмәтуллин, һаулыҡ һаҡлау министры:

“2025 йылда “Оҙайлы һәм әүҙем тормош”милли проектына ярашлы, һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыуға 4,98 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 3,5 миллиард һум аҡса тотоноу ҡаралған”.

Рәйлә Ҡотлоюлова, Ауырғазы районының Төрөмбәт фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире:

“Бынан өс йыл элек  ауылда асылған фельдшер-акушерлыҡ пунктының ишектәре ябылғаны ла юҡ. Иркен, яҡты, таҙа медицина пунктына аяҡ баҫыу үҙе күңелде күтәрә. Мин 1985 йылда ошо ауылда һөнәрем буйынса эш башланым. Байтаҡ йылдар иҫке бинала эшләргә тура килде. Ошондай яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләргә яҙыр, тип уйламағайным да. Һөйөнөсөбөҙҙөң сиге юҡ”.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас