

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Республика медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм “Һаулыҡ һаҡлауҙы һәм йәмәғәт сәләмәтлеген ойоштороу буйынса йәмәғәт” төбәк бүлексәһе 2023 – 2026 йылдарға ғәмәлдәге тармаҡ килешеүенә үҙгәрештәр индерҙе.
Документ һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙамдың яңы сараларын нығыта һәм хеҙмәт, хеҙмәтте һаҡлау йәһәтенән гарантияларҙы нығыта.
Тармаҡ килешеүендә беренсе тапҡыр:
*остазлыҡ өсөн өҫтәмә түләүҙәр индерелгән – окладтан 15 проценттан кәм түгел;
*медицина ойошмаларының педагогик хеҙмәткәрҙәренең оҙайтылған отпускыға (56 календарь көн) хоҡуғы нығытылған;
*төндә, байрам һәм ял көндәрендә, шулай уҡ Конституция суды позицияһына ҡарап, өҫтәмә эш өсөн түләү мәсьәләләре көйләнгән;
*баш табиптарға нормалаштырылмаған эш көнө өсөн өҫтәмә отпуск күрһәтелгән.
Был төҙәтмәләр федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы структураһы, шул иҫәптән окладтарҙың 50 процентҡа тиклем күтәрелеүе менән бәйле.
Килешеүҙә принцип бар: эш хаҡы структураһы, шулай уҡ дәртләндереү һәм компенсациялау түләүҙәрен күләме үҙгәргәндә хеҙмәткәрҙең булған эш хаҡының кәмеүенә юл ҡуймаҫҡа. Хеҙмәт ҡануниәтенә, эш хаҡын түләү шарттарына, республика медицина ойошмаларының социаль-иҡтисади, һөнәри яҡлауына бәйле мәсьәләләр блогы киңәйтелде.
Айрат РӘХМӘТУЛЛИН, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры:
- Беҙ остазлыҡ өсөн, медицина ойошмаларын көйләү мөмкинлектәрен сикләмәй, 15 проценттан алып өҫтәмә түләү ҡуябыҙ. Тармаҡ килешеүенә ярашлы, дауаханалар һәм поликлиникалар, эш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, өҫтәмә түләү кимәле буйынса ла, остазлыҡ ваҡыты йәһәтенән дә остазлыҡ тураһында үҙ положениеһыне эшләй ала. Тармаҡҡа йәштәр килә һәм уларҙың практик медицинаға күсешенең тиҙ һәм көсөргәнешһеҙ булыуы мөһим. Һаулыҡ һаулау министрлығы өсөн кадрҙарҙы алып ҡалыу һәм хеҙмәткәрҙәргә булышлыҡ итеү, шул иҫәптән хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, эш хаҡын күтәреү - беренсе урында.
Рауил ХАЛФИН, Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе:
- Яңы өҫтәмәләр социаль партенрлыҡ йәһәтенән эшмәкәрлек өлкәһен киңәйтә. Был мәғлүмәт алышыу ҙа, Профсоюз фекерен урындарҙа түләүҙәр һәм уларҙың кимәле тураһындағы ҡарарҙарҙы ҡабул итеүҙә фекерҙе иҫәпкә алыу ҙа. Планда – Республика остазлыҡ положениеһын бергәләп эшләү һәм был мәсьәлә буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйыу.
Сығанаҡ, фото: Республика медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.