Сәләмәт булайыҡ
18 Август 2025, 17:30

Өсөнсөһөн барып алырға ваҡыт етте...

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова тап күп балалы әсә ысын танылыу һәм уңыш яулай ала тип иҫәпләй. Был рецепт нисек эшләй, ниңә декрет – карьера өсөн иң емешле ваҡыт, ҡайһы йәштә бала табыу һуң түгел – ошолар хаҡында түбәндәге яҙмала:

Өсөнсөһөн барып алырға ваҡыт етте...Өсөнсөһөн барып алырға ваҡыт етте...
Өсөнсөһөн барып алырға ваҡыт етте...

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова тап күп балалы әсә ысын танылыу һәм уңыш яулай ала тип иҫәпләй. Был рецепт нисек эшләй, ниңә декрет – карьера өсөн иң емешле ваҡыт, ҡайһы йәштә бала табыу һуң түгел – ошолар хаҡында  ул “Башинформ” агентлығы журналисына һөйләне.

- Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә күп балалы ғаиләне популярлаштырыу буйынса яңы медиа проекты башланы. Был нимә менән бәйле?

- Башҡортостан - быуаттар буйынса күп балалы ғаилә йолаға әүерелгән төбәк, әммә хәҙерге ваҡытта икенсе ҡараш. Беҙ йөклөлөктө өҙөү буйынса мөрәжәғәт иткәндәрҙән анкета һорауҙарына яуап алабыҙ һәм уртаса статистика буйынса портретты төҙөнөк. Асыҡланыуынса, ярайһы уңышлы ғына, бер йәки ике балалы, өсөнсө бала түгел, карьера уйлаған ҡатын. Һәм уның төп проблемаһы – уңайлы мөхиттән сығыу, шулай уҡ социаль һәм һөнәри статусты юғалтыу. Әммә шулай уҡ уңышлы, иң мөһиме – күп балалы – ҡатындар күп. Улар – бына тигән әсәй ҙә, шәп карьера ла эшләй. Улар өсөн балалары ҡамасау түгел, киреһенсә, артабан үҫеү өсөн дәрт-көс сығанағы. Бәлки, был буласаҡ бала ғүмерен һаҡларға һәм берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә булышлыҡ итер.

- Улай булғас, һеҙҙең миҫалдан башлайыҡ. Һеҙ – күп балалы әсә.

- Эйе, өс балам бар, һәр ваҡыт өсәү булыуын теләгән инем. Һәм улар, күренеүенсә, карьераға ҡамасау булманы. Интерн булған ваҡытта берненсе ҡыҙымды таптым. Икенсеһенә йөклө булғанда кандидатлыҡ диссертацияһы менән шөғөлләндем, параллель рәүештә тағы ике медицина белгеслеген өйрәндем. Өсөнсөһө - һыҙыҡ өҫтөнә алам – теләп алған йөклөлөк 39 йәшемдә ине. Әйткәндәй, был ваҡытта ла уҡый инем: һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге яңы ҡануниәтте өйрәндем, шулай уҡ ике медицина белгеслегенә эйә булдым.

Бергә ҡушһаң, декрет ялында барлығы дүрт йыл ярым булдым һәм уларҙың барыһы ла һөнәри  камиллашыуыма файҙа ғына килтерҙе. Ул ваҡытҡа, Һаулыҡ һаҡлаку министрлығына эшкә күскәндә, багажымда биш медицина белгеслеге ине.

Өсөнсөгә ауырлы булғанда ҡыҙыҡ хәл теркәлде: миңә шулай уҡ  39 йәшлек, ике балалы, яуаплы вазифалы ҡатын кәңәшкә килде, медицинаның ошо йәштә бала табыуға нисек ҡарауы тураһында һорашты. Сөнки яҡындары был хәлгә ҡаршы ине. Уны тыңлағас, мин урынымдан торҙом (ул ваҡытта йөклө икәнлегем күренә ине) һәм миңә шулай уҡ 39 йәш икәнлеге, тағы һорауҙарҙың бармы-юҡлығы тураһында әйттем. Яуапҡа ул һорауҙарҙың юҡ икәнлеге тураһында әйтте һәм бала табырға ҡарар итте. Икебеҙҙең дә бына тигән балалары тыуҙы. Был, моғайын, иң бәхетле, ғаиләбеҙгә ҙур ҡыуаныс килтергән балаларҙыр.

-Был – күрһәтерлек миҫал, әммә күп кенә ҡатындар өлгөргән йәштә бала табырға ҡурҡа. Был осраҡта заман медицинаһы нимә тәҡдим итә?

- 35 йәштән ҙурыраҡ ҡатындарҙың хәүефһеҙләнеүе тураһында әйтһәк, заманса медицина һәр хәлдә лә сәләмәт бала табырға булышлыҡ итә, тип әйтә алам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә гүзәл зат вәкилдәре тап ошо ваҡытта әсәлек тураһында уйлай башлай. Әммә шуны аңларға кәрәк, бала ғүмер бирәсәк йомортҡалыҡҡа ла ҡатынға кеүек үк йәш. Ҡатын организмында яңылары барлыҡҡа килмәй. Улар яралғыла хасил була. Әммә шул уҡ ваҡытта заманса медицина һәм диагностикалау системаһы барлыҡ хәүефте күҙалларға, ғаиләне йөклөлөк этабында сабыйҙың сәләмәт булырына ышаныслы булыуын иҫкәртә.

Өс төп ойошма - Республика клиник перинаталь үҙәге, Ҡыуатов исемендәге Республимка клиник дауаханаһының Перинаталь үҙәге, Ҡала клиник перинаталь үҙәге, элекке  3-сө бала табыу йорто - әсәгә һәм балаға һәр клиник акушер хәлендә, 500 грамлыҡ бәпестән алып ярҙам итә.

Шулай уҡ беҙҙә бала табыу йорттары бар. Улар 18 - һәр район-ара медицина округында урынлашҡан. Унда уртаса хәүеф төркөмөнә ҡараған һәм һуң, ваҡытынан алда бала табыу осрағында барып эләгәләр. Йәғни  акушер ҡатмарлыҡтары булмаған осраҡтарҙа. Уларға республикалағы бала табыу осраҡтарының 60 проценты тура килә.

-Бала табыу ваҡыты бәхетле мәл булып хәтерҙә ҡалһын өсөн буласаҡ ҡатмарлыҡтар тураһында алдараҡ иҫкәртеп буламы?

- Мөмкипн, хатта ысул бар. Ул ябай ғына, йөклөлөктө планлаштырыу тип атала. Был барлыҡ ғәҙәттәреңде сикләргә тигәнде аңлатмай. Сәләмәт тормош алып барыу, дөйөм һәм репродуктив һаулыҡ өсөн тикшереүҙәр үтеү, фолий кислотаһын, йод препаратын планлаштырылған йөклөлөктән өс ай алдан  эсеү етә. Быларҙың барыһы ла, Мотлаҡ медицина страховкалауына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында, йәшәү урыны буйынса поликлиникала мөмкин. Код һүҙҙәре – “диспансерлаштырыу”, “репродуктив сәләмәтлек”те аныҡлап.

Буласаҡ әсәйҙәрҙең хәүефләнеүе һәр осраҡта ла йәш менән генә бәйле түгел. Бөгөн һәр өсөнсө йөклөлөк осоронда тимер дефициты анемияһы күҙәтелә. Ул ауыр акушер ҡатмарлыҡтарының береһе үҫеше, шулай уҡ алдан бала табыу өсөн сәбәп булып тора. Шулай уҡ артын тән ауырлығы, һимереү ҙә йөклөлөк ҡатмарлығына килтереүе ихтимал. Артериаль ҡан баҫымының күтәрелеүе мөмкин. Яралғының үҫеше ттҡарланыуы бар.  Шуға күрә табип кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк.

- Ҡайһы саҡта ҡатындар өсөнсө сабый артынан да барыр ине, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөклөлөк ваҡытында туҡтауһыҙ кабинеттар буйлап йөрөү, табипҡа сират көтөү һәм башҡаларҙы иҫләй...

-Үҙегеҙгә барып ҡарарға тәҡдим итәм: бөгөн бала табыу системаһы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһынан алып заманса перинаталь үҙәктәргә тиклем  күҙ алдында үҙгәрә.

Быйыл беҙҙә 11 яңыртылған ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асыла. Был – тулыһынса трансформациялау. Барыһы ла үҙгәрә - гинекология креслолары, УЗИ аппараттары, иртә диагностикалау ҡорамалдары һәм башалар.

Бынан тыш, “Ғаилә” милли проектына ярашлы, перинаталь үҙәктәрҙе ныҡлап йыһазландырыу ҡаралған. Быйыл ғына Башҡортостан федераль бюджеттан  304 миллион һум аҡса алды.

-Ҙур клиник тәржрибәле белгес булараҡ, айырым енесле баланың тыуыуын планлаштырып буламы?

- Бөгөн айырым енесле баланың тыуыуын дөрөҫ күҙаллаған бер ниндәй система ла юҡ. Мөғжизәле рецепт юҡ. Һәр саҡ әсә һәр балаға үҙенең Х хромосомаһын бирә, ә баланың енесе атайҙың  Х йәки  Y хромосомаһы менән осрашыуына бәйле. Был лотерея кеүек, теләгән һөҙөмтәгә  50 процент эләгеүгә бәрәбәр.

- Һеҙ һәр саҡ ҡатындар менән аралашаһығыҙ. Һуңғы, әммә һеҙҙең ҡарамаҡҡа ғаиләлә бала тыуыу мохтажлығы файҙаһына  иң мөһим дәлилде атаһағыҙ ине.  

- Дәлил ябай ғына: ғаиләләрҙә әле ата-әсәләргә кәрәк балалар тыуа. Һәр ғаиләнең үҙ бонустары бар: ир менән ҡатындың бәпес хаҡындағы хәстәрлек йәһәтенән берләшеүе, ярҙам  саралары һөҙөмтәһендә матди именлек, яңы маҡсаттарҙың барлыҡҡа килеүе һәм башҡалар. Баланы һинең дауамың булған кешенең булыуы өсөн генә лә табырға кәрәк, минеңсә. Уның ҡыҙ йәки малай булыуы мөһим түгел. Шуға күрә хыялығыҙ артынан барып ҡарарға мөмкин.

Әлфиә Әһлиуллина әңгәмәләште.

Сығанаҡ, фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас