Сәләмәт булайыҡ
25 Август 2025, 09:00

“Хирургия – бер кешенең “батшалығы” түгел”

 Дауаханала йәш хирургтарҙың берҙәм, яңы әмәлиәт ысулдарын үҙләштереү өҫтөндә даими эшләгән  командаһы тупланған

“Хирургия – бер кешенең “батшалығы” түгел”“Хирургия – бер кешенең “батшалығы” түгел”
“Хирургия – бер кешенең “батшалығы” түгел”

Теләк һәм мөмкинлектәр ярашһа ине

Һәр район үҙенә йәш, перспективалы, белемле белгестәр килеүен көтә, грамоталы, дәртле йәштәрҙең төбәккә яңы һулыш индереүенә лә өмөт бағлай улар. Үҙәк район дауаханаларының маҡсаты – халыҡҡа юғары сифатлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеү, ә бының өсөн заманса ҡорамалдарҙан тыш, кадрҙар ҡеүәтен нығытыу фарыз. Квалификациялы белгестәрҙе районға йәлеп итеү еңел бирелмәй, сөнки вуздарҙы тамамлау менән  йәштәрҙең күбеһе баш ҡалала ҡалырға тырыша.

Ауыл ерендәге эш менән табиптарҙы ҡыҙыҡһындырыу мөмкинлеге булыуын Үрге Йәркәй дауаханаһы миҫалында асыҡ күрҙек. Бөтәһе лә йәшәү һәм эш шарттары менән тығыҙ бәйле. Был юлы медицина өлкәһенең иң боронғо тармағы булған хирургия белгестәре менән таныштыҡ. Пациентарын оператив ысулдар менән дауалаған, киҫкен һәм хроник сирҙәрҙән скальпель менән генә түгел, алдынғы әмәлиәт ысулдары менән ҡотҡарған белгестәр халыҡ араһында юғары абруй менән файҙалана, уларҙың ҡатмарлы хеҙмәтенә хөрмәт ҙур.

Хирургия бүлексәһе мөдире Илмир Әмирғоловты тиҙ генә тап итә алманыҡ, ауыр хәлдә дауаханаға килтерелгән пациентҡа хеҙмәттәштәре менән ашығыс рәүештә операция яһарға ҡарар иткәндәр. “Кеше йыш ҡына сәләмәтлеге ҡаҡшағас , сир ныҡлап аҙғас ҡына  дауаханаға күренергә килә . Бөгөн пациенттың үт ҡыуығына ҡатмарлы операция яһарға тура килде. Пациентҡа ла ауыр, беҙгә лә еңелдән булманы. Хәҙер уның ғүмеренә хәүеф янамай, әммә ныҡ ҡына борсолорға тура килде”, – тине осрашҡанда  хирургия бүлексәһе мөдире Илмир Әмирғолов.

 Дауаханала йәш хирургтарҙың берҙәм, яңы әмәлиәт ысулдарын үҙләштереү өҫтөндә даими эшләгән  командаһы тупланған. Илмир Әлфис улы үҙе ошо райондан, медицина университетын тамамлау менән тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Ординатураны ла ошонда үтә, коллектив менән яҡындан таныша. Бүлексә мөдире вазифаһын бынан өс йыл элек ышанып тапшырғандар. “Йәштәрҙе Илеш еренә, моғайын, теләк һәм мөмкинлектәрҙең тап килеүе тарта торғандыр. Эш хаҡы яҡшы. Килеү менән  ғаиләбеҙгә ваҡытлыса йәшәү өсөн фатир бирҙеләр, бушлай ер участкаһы алдыҡ. Киләсәктә йорт төҙөргә уйыбыҙ бар. Белгестәрҙең эшкә килеүенә бик шатмын, айырыуса хирургия өлкәһе бер кешенең генә “батшалығы” түгел, ул тупланған, бер-береһенә ярҙамсыл команда менән эшләй торған хеҙмәт,” – тип бүлексә мөдире  аҡ халаттарҙағы бөхтәлек, йәшлек дәрте балҡып торған егеттәре менән таныштырҙы.

Илнур Йыһаншин күрше Дүртөйлө районынан. Яңы әмәлиәт төрҙәрен, заманса аппараттарҙы ҡыйыу үҙләштерә. Ә был сөм ҡара сәсле, әңгәмәгә ҡушылырға баҙнат итмәй торған егеттәр ҡояшлы Тажикстан егеттәре булып сыҡты. Илхом Назаров менән Тажеддин Сәфәров,  Башҡортостан медицина университетын тамамлап, Илеш ерендә хеҙмәт юлын башлаған. Хирургтар былтыр яңы колостома әмәлиәтен  үҙләштергән. ”Был операцияны Өфөнөң  22- се һәм Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ғына яһайҙар. Йыуан эсәктең бер  өлөшөн ҡырҡып ташлағандан һуң  уның  бәләкәй участкаһы ҡорһаҡтағы тишек аша тышҡа сығарыла. Рәсәйҙә, статистиканан күренеүенсә, был әмәлиәтте йылына тиҫтәләгән мең пациентҡа яһайҙар, уға онкология, язва колиты, Крон сирҙәре, имгәнеүҙәр сәбәпсе булыуы ихтимал, – ти хирургтар. – Операция яһау алдынан беҙгә бик күп факторҙарҙы иҫәпкә алырға тура килә: патологик процесс барышын, артабан нисек дауалау мөмкинлеген, эсәк көбө торошон, пациенттың шәхи анатомик үҙенсәлектәрен. Дауаханаға лапароскопик аппарат алыныуы беҙҙең өсөн көтөп алған шатлыҡ булды, аҙ тишемле операциялар пациентты тиҙерәк һауыҡтырыуға булышасаҡ”.

 Дауахана коридорында яңыраҡ эшкә килгән тағы ике шәфҡәт туташы менән таныштыҡ. Элина Ғәлиәхмәтова Туймазы медицина колледжын тамамлағас, практиканы Үрге Йәркәй дауаханаһында үткән. Әле ул ауыр сирлеләргә табип тәғәйенләгән процедураларҙы яһай, хирургия һәм реанимация бүлексәләрендә ул алыштырғыһыҙ белгес. Аделина Исламова ла ошо уҡ колледжды тамамлап, йәй айҙарында дауаханала эш башлаған. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә коллективта үҙ кеше инде, эш тә, хеҙмәт хаҡы ла уларҙы ҡәнәғәтләндерә. Йәш белгестәргә уңыштар теләргә генә ҡала.

Башҡортостан Хөкүмәте ултырыштарында медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеүгә иғтибар бирелә. Хәҙерге ваҡытта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 70 меңгә яҡын кеше эшләй, 14 меңе – табиптар, 30 меңдән ашыуы – урта медицина хеҙмәткәре. Быйылдан башлап был мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Медицина кадрҙары” төбәк проекты ла ҡатнаша.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:

“Был эш – оҙайлы. Күрһәткестәрҙе яҡшыртығыҙ, уларҙан муниципалитеттар үҫешенә дөйөм баһа бирелә. Әгәр ҙә һеҙ ер бүлһәгеҙ, торлаҡ бирһәгеҙ, ғаиләләрҙе балалар баҡсаһында урын менән тәьмин итһәгеҙ, был эшләйәсәк. Бер ҡараһаң, иҡтисади яҡтан ныҡлы райондар кеүек, ә һандар түбән. Потенциал бар, бында бары эшләп еткерелмәгән. Маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процент менән үтәүгә сығырға кәрәк!”

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры:

“Үткән йыл йомғаҡтары буйынса табиптар менән тәьмин итеү буйынса билдәләнгән федераль күрһәткестәр үтәлде. Республикала профилле белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса Башҡортостан “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларында федераль финанслау буйынса тәүге биш төбәк эсенә инде”.

Роберт Иштуков, һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары:

“Ауыл табибы” программаһына ярашлы, 2025 йылда 129 медицина хеҙмәткәре өсөн бер тапҡыр бирелеүсе компенсация түләүҙәре ҡаралған, “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 33 фельдшер 16,5 миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ. “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар” программаһы буйынса 49 белгескә 49 миллион һум күләмендә түләүҙәр биреләсәк. 2021 йылдан алып урта медицина хеҙмәткәрҙәрен күберәк йәлеп итеү маҡсатында  урта профессиональ белем программалары буйынса уҡытыу өсөн бюджет урындары арттырыла. Хәҙер был һан 950 кешенән 1750-гә тиклем үҫте.”

Динә Арыҫланова.

Илеш районы.

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

Дауахана хирургтары Илхом Назаров, Тажеддин Сәфәров, Илмир Әмирханов һәм Илнур Йыһаншин.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас