

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов Республика кардиология үҙәгендә “Йөрәк музыкаһы” проектын башлап ебәрҙе.
Дауаханала ятҡан ауырыуҙарға йыр кәрәкме? Табиптар әйтеүенсә, проект пациенттар өсөн йылы, уңайлы мөхит тыуҙырасаҡ, кәйефтәрен яҡшыртасаҡ. Белем көнөнә арналған тәүге концерт яңы хирургия корпусында үтте. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова ла сарала ҡатнашты, йыр-моң күп тыңлаусыларҙы үҙенә йәлеп итте.
Проекттың төп маҡсаты – музыканы пациенттарҙың психоэмоциональ сәләмәтлеген нығытыу өсөн файҙаланыу. Матур йыр, моң тәнде йомшартырға, дөйөм хәл-торошто яҡшыртырға ярҙам итә, был айырыуса медицина учреждениеларында мөһим, ти табиптар.
Сарала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовтың ҡатнашыуы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Кардиология үҙәгендә концерттар артабан да уҙасаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.