

7 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Өфө халыҡ-ара марафоны үтә.
Унда ҡатнашыусылар Өфө хосписында тәрбиәләнеүселәргә аҡса йыйып ярҙам итә ала. Быйыл ойоштороусылар үҙ рекордын арттырып, стартта 10 меңдән ашыу йүгереүсене йыйырға иҫәп тота.
«Өфө марафоны-2025» программаһына тәжрибәле йүгереүселәр өсөн тулы марафон (42,2 саҡрым) һәм ярым марафон (21,1 саҡрым); һәүәҫкәрҙәр өсөн 10, 5 һәм 2 саҡрымға йүгереү; 6 сентябрҙә «Динамо» стадионындағы балалар старттары инә. Ҡатнашыусылар 5 һәм 6 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан киске 9-ға тиклем “Өфө-Арена”ла старт пакеттарын ала ала. Уға сағыу биҙәкле футболка инә, ә финишта һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле миҙал тапшырыла.
Маршрутты шулай уҡ скандинав йөрөшө менән йәки роликлы конькиҙа үтергә мөмкин. Иң мөһиме – ваҡыт лимитынан арттырмау.
Марафон барышында концерт һәм күп әүҙем сара планлаштырылған. Авраам Руссо музыкаль программаның махсус ҡунағы була.
Марафонға әҙерлек һәм уны үткәреү осоронда түбәндәге сикләүҙәр индерелә:
– 6 сентябрҙә иртәнге 8-ҙән 7 сентябрҙә төнгө 12-гә тиклем Зәки Вәлиди урамының Карл Маркстан Совет урамына тиклемге өлөшө ябыла;
— 7 сентябрҙә 00:00 сәғәттән көндөҙгө 4-кә ҡәҙәре «Динамо»стадионы буйлап Карл Маркс һәм Туҡаев урамдары ябыла;
7 сентябрҙә таңғы 5-тән көндөҙгө 4-се яртыға тиклем «Динамо» стадионы ҡаршыһындағы старттан алып артабан Совет, Пушкин, Карл Маркс, Достоевский, Мостай Кәрим, Коммунистик, Ленин, Краснодон, Гоголь, Ғафури һәм Туҡаев урамдары ябыла.
— 7 сентябрҙә 5-се һәм 16-сы трамвайҙар хәрәкәте туҡтатылып тора, 22-се троллейбус хәрәкәте ваҡытлыса үҙгәртелә.
Ябылған урамдарҙа урынлашҡан ихаталарҙан сығыу урындары бикләнә. Ҡала хеҙмәттәре өфөләргә сәфәрҙәрен алдан планлаштырырға һәм автомобилдәрҙе сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып ҡуйырға кәңәш итә.
Сығанаҡ: resbash.ru/news/...