

Өфөләге Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусында биш меңгә яҡын операция һәм уникаль тикшеренеүҙәр үткәрелде. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары үлем структураһында беренсе урынды биләй. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш буйынса төп саралар иҫәбендә – сифатлы диспансер күҙәтеүе, диагностика һәм дауалау схемаларын камиллаштырыу.
– Дүрт ай элек асылған кардиология үҙәгенең хирургия корпусы республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүҙә мөһим аҙым булды, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. – Яңы операция бүлмәләрендә уникаль гибрид операциялар үткәрелә, ә пациенттар өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Билдәләп үтәйек, Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләгән пациенттарҙы иҫәпкә алыуҙың берҙәм интеграль матрица системаһы индерелде.
– Пациент тураһында мәғлүмәтте тиҙерәк йыйырға, анализларға һанлы сервистар ярҙам итә. Беҙ телемедицина консультациялары һаны буйынса ярайһы уҡ арттыҡ. Яһалма интеллект табиптарға рентген-һүрәттәрҙе асырға һәм пациенттарҙың хәлен дистанцион күҙәтергә ярҙам итә, - тине министр. - Ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырыу өсөн кардиологтарҙың күсмә эшен ойошторҙолар, шул иҫәптән һаулыҡ поездары сиктәрендә.
Бынан тыш, 2024 йылдың ноябрендә Өфөләге ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында асылған Инсульт мониторингы үҙәге бөтә ҡан тамырҙары үҙәктәренең күсәгилешлеген һәм эшен координациялауҙы күпкә яҡшыртты. Атап әйткәндә, урындағы табиптар тәүлек әйләнәһенә Үҙәктәге коллегалары менән бәйләнешкә инә һәм пациенттың хәле буйынса ашығыс рәүештә уға операция яһай, маршрутлаштыра йәки амбулатор дауалауға оҙата ала. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә Башҡортостанда төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренә профилле дауаханаға һалыу 99,2 процентҡа тиклем артҡан, миокард инфарктынан дауаханала үлем осраҡтары 5,6 процентҡа тиклем кәмегән.
Башҡортостан Башлығы һаулыҡты һаҡлау өсөн һанлы технологияларҙы ҡулланыуҙы һәм республика халҡының ғүмер оҙайлығын арттырыуҙы юғары баһаланы.
– Был йәһәттән ҙур уңыштар, ә иң мөһиме – кешеләрҙең ҡотҡарылған ғүмерҙәрен күрәбеҙ. Был эштә яҡшы ярҙам – кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын, Өфөлә Инсульт мониторингы үҙәген асыу, – тине Радий Хәбиров. – Артабан да онлайн режимда эшләргә өйрәнергә кәрәк. Һәр фельдшерҙың белгестәр менән бәйләнешкә инеүе, тәҡдимдәр алыуы һәм оператив эш итеүе мөһим.
Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы инфраструктураһын үҫтереү – республиканың идара итеү командаһының айырым контролендә, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Йыл аҙағына тиклем муниципалитеттарҙа алты поликлиника һәм 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөшөн тамамлайбыҙ. Аҙналыҡ кәңәшмәләрҙең береһендә тура эфирҙа бер нисә ФАП-ты асырға тәҡдим итәм, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.