Сәләмәт булайыҡ
18 Сентябрь 2025, 06:30

Шәрипҡолда - яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты

Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылында яңы модуль фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Шәрипҡолда - яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктыШәрипҡолда - яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты
Шәрипҡолда - яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты

Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылында яңы модуль фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны төҙөү “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы булдырылды. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөү, санузел, персонал өсөн, медикаменттар һаҡлау һәм йыйыштырыу инвентарҙары бүлмәләре бар. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсел медицина-санитар ярҙамды Шәрипҡол, Ивановка һәм Октябрь ауылдары халҡы аласаҡ, дөйөм халыҡ һаны – 357 кеше.

– “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыу ауыл ерендә халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Шәрипҡол ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу – алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәргә тиҙ арала квалификациялы ярҙам алыу өсөн мөһим аҙым. Милли проекттың ауыл халҡының һаулығын нығытыуға һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итеүе менән ғорурланабыҙ, – тип билдәләне Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Феликс Саҡаев.

Республикала яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Ҡырмыҫҡалы район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас