Сәләмәт булайыҡ
25 Сентябрь 2025, 09:40

Энәлек, мәмешкәк, еҙәй, ҡамыраш...

Ә һеҙҙең төбәктә был емеште нисек атайҙар? Әммә эш исемендә түгел, есемендә. Ул йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеүе менән ҡиммәтле. Һеҙҙең иғтибарға ябай ғына төнәтмә.

Энәлек, мәмешкәк, еҙәй, ҡамыраш...Энәлек, мәмешкәк, еҙәй, ҡамыраш...
Энәлек, мәмешкәк, еҙәй, ҡамыраш...

Энәлек – беҙҙең төбәктә киң таралған ағас. Уны хәҙер баҡсасылар ҙа күпләп үҫтерә.

Киптерелгән сәскәләре, япраҡтары, емештәре йөрәк ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыла. Сәскәһе, япрағы, емешен даими ҡулланып, ҡан тамырҙарын таҙартырға, юғары ҡан баҫымынан арынырға, йөрәккә бәйле ауыртыныуҙарҙан ҡотолорға мөмкин.

Энәлек емештәре Е витаминына бай. Баш мейеһенең ҡан әйләнешен яҡшырта. Эсәк һәм ашҡаҙан ауырыуҙарын йәки операциянан һуң дөйөм хәлде яҡшыртыу өсөн энәлек һуты, емештәренән төнәтмә тәҡдим ителә. Ревматизмдан, подагранан интеккәндәргә япрағын ҡулланыу шифалы. Орлоҡтары эсте йомшарта. Косметологияла ла ҡулланыла. 

Йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү өсөн төнәтмә рецебы.

Бер аш ҡалағы кипкән энәлек емешенә 200 миллилитр һыу алына. Талғын ғына утта 15 минут ҡайнатҡас, бүлмә температураһына тиклем һыуынғансы йылы әйбергә урап тоторға. Төнәтмәне өс-дүрт тапҡырға бүлеп, көн дауамында ашағандан һуң эсергә. Бер аҙна эскәндән һуң биш көн ял итергә һәм тағы бер курс ҡабатларға.

Иҫкәрмә: үткер холецистит, панкреатит һәм эс китеүҙән яфаланыусыларға уны ҡулланырға ярамай.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас