Сәләмәт булайыҡ
1 Октября 2025, 15:30

“Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ауылдар” конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

Хөкүмәттә граждандарҙың һаулығын һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.

“Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ауылдар” конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр“Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ауылдар” конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр
“Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ауылдар” конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев рәйеслегендә граждандар һаулығын һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.

Ултырышта “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һәр кем өсөн һаулыҡ” федераль проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Шул иҫәптән муниципаль һәм корпоратив һаулыҡты нығытыу программаларын үҫтереү, шулай уҡ алкоголь һәм тәмәке продукцияһын һатыуҙы контролдә тотоуҙы көсәйтеү буйынса саралар ҡаралды.

Видеоконференция форматындағы фекер алышыуға Рәсәй фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Терапия һәм профилактик медицина милли медицина тикшеренеү үҙәге директоры Оксана Драпкина ҡушылды.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса комиссия ағзалары тәмәке һәм алкоголь ҡулланыуҙы кәметеүгә, һаулыҡты нығытыу корпоратив программаларын индереүгә, шулай уҡ эшләүсе халыҡҡа вакцинацияны көсәйтеүгә йүнәлтелгән муниципаль программаларға өҫтәмә саралар индереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Граждандарға ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм диспансеризация үтеү тураһында мәғлүмәт биреүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәңәш ителде.

Ултырыш сиктәрендә Бөтә Рәсәй “Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ҡасабалар” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

“Сәләмәт туҡланыу буйынса иң яҡшы проект” номинацияһында 1-се урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы (“Сәләмәт туҡланыу – уңышҡа юл”);

“Бәйлелеккә ҡаршы көрәш буйынса иң яҡшы проект” номинацияһында 1-се урын – Күмертау ҡалаһы;

“Балалар һәм үҫмерҙәр һаулығын нығытыу буйынса иң яҡшы программа” номинацияһында 1-се урын – Ишембай районы (Хәстәрлекле йәй”);

Ошо уҡ номинацияла 2-се урын – Краснокама районы (“Сикһеҙ һыу донъяһы”).

Башҡортостан ғәҙәттәгесә Бөтә Рәсәй конкурсында әүҙемлек күрһәтә һәм йыл һайын призлы урындар яулай, республиканың йәмәғәт һаулығын нығытыу өлкәһендәге системалы эшен раҫлай.

Фото: pravitelstvorb.ru.

“Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ауылдар” конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр
“Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ауылдар” конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр
“Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ауылдар” конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр
“Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ауылдар” конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр
“Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ауылдар” конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас