Сәләмәт булайыҡ
3 Октября 2025, 09:15

Ҡартаямы ни һуң йөрәк?!.

Ул йөрәк менән кардиограммалар, ультратауыш һәм теүәл һандар телендә һөйләшә

Ҡартаямы ни һуң йөрәк?!.Ҡартаямы ни һуң йөрәк?!.
Ҡартаямы ни һуң йөрәк?!.

 

Йөрәк. Тән ағзаһығына түгел, ә тормош, мөхәббәт, батырлыҡ символы ла.Уныңтураһында шиғырҙарижад итәбеҙ, йырҙар йырлайбыҙ, уға иң тәрән хистәребеҙҙе ышанып тапшырабыҙ. Бөтә нәмә лә йөрәк аша үтә, уның ҡушыуы буйынса эшләнә. Һөйөү- һөйөлөү ҙә, тормошта яһалған тәүге аҙымдар ҙа, донъяға беренсе аңлы ҡараш та - бөтәһе лә, йөрәк аша үтеп, ысынбарлыҡҡа әйләнә, тормошҡа аша. Әммә унда, эстә, күкрәк ситлеге артында арымай-талмай эшләгән, йоҙроҡ ҙурлығындағы “мотор” боҙолһа, рәттән сыҡһа...

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта йөрәк тураһында ишетеп кенә түгел, ғәмәлдә бөтә нескәлегендә белгән белгес, кардиолог, Өфө ҡалаһының 18-се ҡала клиник дауаханаһының ҡабул итеү бүлеге мөдире, "Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, юғары категориялы кардиолог Динара Рәил ҡыҙы Нотфуллина.  Ул йөрәк менән кардиограммалар, ультратауыш һәм теүәл һандар телендә һөйләшә,  көн һайын тәнебеҙҙең иң төп мускул насосы менән диалог алып бара. Әйҙәгеҙ, уның менән бергә ошо йыһанға күҙ һалайыҡ.

- Динара Рәил ҡыҙы, һөйләшеүҙе төп һорауҙан башлайыҡ: йөрәк, ысынлап та, беҙҙең менән бергә ҡартаямы? Йәки уның йәше паспорттағы һан менән тап килмәүе мөмкинме?

- Был бик ҡыҙыҡ һорау! Йөрәк, һис шикһеҙ, башҡа ағзалар кеүек үк, ҡартайыуға дусар. Йылдар үтеү менән уның һығылмалылығы, адаптация мөмкинлектәре бер аҙ кәмей. Әммә шуныһы - йөрәктең биологик йәше йыш ҡына паспорттағы йәшенә тап килмәүе лә ихтимал. Мин көнләшерлек йөрәкле 70 йәшлек пациенттарҙы ла һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 40 йәшендә үк “туҙған”, “иҫкергән” йөрәк менән йәшәргә мәжбүр булған йәштәрҙе лә күргәнем бар. Барыһы ла кешенең йәшәү рәүешенә бәйле. Шуға күрә йөрәктең ҡартайыуы ҡотолғоһоҙ түгел, ә күп осраҡта тупланған ғәҙәттәрҙең һөҙөмтәһе генә.

- Был процесҡа йоғонто яһарға мөмкинме?

- Һис шикһеҙ! Һәм иң шәбе - тап шул йылдар дауамында нығынған яҡшы ғәҙәттәр.

- Динара Рәил ҡыҙы, ә һеҙҙе кардиология кеүек ҡатмарлы һәм яуаплы һөнәргә ниндәй юлдар алып килде?

- Үҙемә килгәндә, йөрәккә, уны нисек һаҡларға кәрәклегенә ҡыҙыҡһыныуым шәхси тарихтан башланды. Алтынсы класта уҡығанда, өләсәйем ауырып китте. Ҡатмарлы медицина терминдары, ул ваҡытта бала аңына аңлайышһыҙ диагноздар,  уколдар, дарыуҙар... Мин бер нәмәне лә үҙгәртә алманым, әммә тап шул саҡта миндә табип булырға ныҡлы теләк, кешеләрҙең һаулығын һаҡларға ярҙам итергә ниәт тыуҙы.

-  Һәм һеҙ был юлдан тайпылманығыҙ...

- Һигеҙенсе кластан һуң Өфөгә килдем. Р. Ғарипов исемендәге 1-се гимназияны тамамланым. Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетын, артабан “Кардиолог” һөнәре буйынса ординатура бөттөм. Атай-әсәйемә Нурия Вәзир ҡыҙы менән Раил Әхмәт улы Зәйнуллиндарға рәхмәт – хыялымдан баш тартырға форсат бирмәнеләр. Уҡыттылар, аяҡҡа баҫтырҙылар, ҡанат ҡуйҙылар. 2009 йылдан мин баш ҡаланың 18-се дауаханаһында. Коллективымдан уңдым. Бында тәжрибәле, үҙ эшен яратҡан, “алтын ҡуллы” табиптар эшләй. Наил Мәрхәм улы Ғиләжетдинов һәм Лилиә Рәмил ҡыҙы Баһауетдинованың етәкселегендә эшләү яуаплы ла, еңел дә, ышаныслы ла.

- Йөрәк ваҡытынан алда ҡартаймаһын өсөн ниндәй иҫкәртеү сараларын күреү мөһим?

- Бөтәһе лә ишеткән, әммә күптәр уларға әһәмиәт бирмәгән нигеҙҙәр. Беренсеһе - тәмәке тартыуҙан баш тартыу. Был ҡан-тамырҙары системаһы өсөн иң емергес фактор. Икенсеһе - туҡланыу. Йәшелсә, емеш-еләк, балыҡ ашарға тырышығыҙ. Майлы һәм татлы ризыҡты сикләү яҡшыраҡ. Тән ауырлығын, холестеринды һәр саҡ контролдә тотоу шарт. Өсөнсө – ул хәрәкәт. Бассейнда йөҙөү, йәйәү йөрөү, ғөмүмән, һәр даим әүҙем булыу – ул йөрәк өсөн күнекмә, ул уның йәшлеген тәьмин итә.

- Йыш ҡына “бөтә ауырыуҙар ҙа нервынан” тип әйтәләр. Психологик фактор ни тиклем мөһим?

- Стресс - ул йөрәк өйәнәгенең иң көслө провокаторы, шуға күрә мин һәр ваҡыт пациенттарыма эмоциональ торошҡа идара итергә, хроник стрестан ҡасырға өйрәнергә кәңәш итәм. Шулай уҡ тулы йоҡо ла, хеҙмәт һәм ял тәртибен көйләү һәләте лә мөһим. Йөрәккә тергеҙеү осоро кәрәк. Әйткәндәй, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәр, йыш ҡына артыҡ көсөргәнеш кисерә, эште лә, йортто ла үҙ өҫтөнә ала. Уларға айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.

- Иртә диагноз ҡуйыу ни тиклем мөһим? Бәлки, кеше үҙен яҡшы тоя, ә уның йөрәге “арығандыр”?

- Күп кенә проблемалар йылдар буйы үҙҙәрен һиҙҙертмәҫкә мөмкин, шуға күрә йылына бер тапҡыр диспансерлаштырыу үтеү төп талап. Ҡан баҫымын, холестерин кимәлен контролдә тотоу - ул теләк түгел, ә мохтажлыҡ. Юғары ҡан баҫымын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай!

- Ә бит күптәр хәҙер интернеттан яуап эҙләй йәки күршеләре менән кәңәшләшә...

- Был хәҙерге медицинаның иң ҙур проблемаларының береһе – үҙ-үҙеңде дауалау. Социаль селтәрҙәр, форумдар, күршеләрҙең кәңәште табиптың кәңәшен алмаштыра алмай. Бик йыш күҙәтелгән һәм хәүефле сценарий: "Күрше ҡатын шундай дарыу эсә һәм уға ярҙам итә. Тимәк, миңә лә мөмкин”. Юҡ, ярамай! Һәр кешенең үҙ ауырыуҙары, үҙ сәбәбе, үҙ күрһәтмәләре бар. Бер кешегә ярҙам иткән сара икенсеһенә үлемесле зыян килтереүе ихтимал. Дауалаусы табибыңды тыңларға һәм уның тәҡдимдәрен теүәл үтәргә кәрәк, ә яҡындағы подъезд кәңәшселәрен түгел.

 - Ә “БАД”тар ?.. Бигерәк тә ябығыу өсөн уларҙы бик әүҙем рекламалайҙар...

- Уларға ҙур һаҡлыҡ менән ҡарарға кәрәк. БАД -  ул дарыу түгел. Йыш ҡына уларҙың составы хәүефле була һәм, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына көсөргәнеш тыуҙырып, ҡан баҫымының һәм пульстың ҡапыл күтәрелеүенә килтереүе ихтимал. Бындай саралар ҡулланылғанда инфаркт йәки инсульт хәүефе ныҡ арта.

- Һәм һуңғыһы: экология йөрәккә нисек йоғонто яһай?

- Был хәүеф факторы, әммә хөкөм ҡарары түгел. Ҡала шарттарында һауаны ҡырҡа үҙгәртә алмайбыҙ, әлбиттә, әммә сәләмәт йәшәү рәүешен контролдә тотһаҡ, хатта идеаль булмаған экологик шарттарҙа ла  йөрәктең ҡартайыуына ҡаршы тора аласаҡбыҙ.

- “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға һеҙҙән төп кәңәш...

- Йөрәгегеҙҙе яратығыҙ. Уны тыңлағыҙ. Тәмәке менән ағыуламағыҙ, зарарлы аҙыҡтан һәм стрестан һаҡлағыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, даими рәүештә табипҡа күренеп тороғоҙ. Тормошоғоҙ - һеҙҙең ҡулда, ә беҙҙең бурыс — һеҙгә был хазинаны һаҡлап ҡалырға ярҙам итеү.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.

 

Бындай хәүефле сигналдарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай:

  1. Күкрәк тәңгәлендә көслө ауыртыу барлыҡҡа килһә. Уның арҡаға, һул ҡулға, хатта аҫҡы яңаҡ һөйәгенә биреүе мөмкин.
  2. Ҡапылбашығыҙ әйләнһә, көсһөҙлөк, һалҡын тир бәрһә.
  3. Йөрәкэшендәөҙөклөктәр тойһағыҙ - “туңыу” тойғоһо йәки пульстың киҫкен тирбәлеүе
  4. Ғөмүмән, йөрәгегеҙ ауырта икән, кисекмәҫтән ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк. Үтер тип түҙергә түгел, сөнки йөрәк менән шаярмайҙар. 

 

 

 

 

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас