Сәләмәт булайыҡ
3 Октябрь 2025, 11:30

Меңйетәрҙәрҙең мең ҡыуаныстарының береһе

Иглин районында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башланы

Меңйетәрҙәрҙең мең ҡыуаныстарының береһеМеңйетәрҙәрҙең мең ҡыуаныстарының береһе
Меңйетәрҙәрҙең мең ҡыуаныстарының береһе

Иглин районының Меңйетәр ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Бинаны асыу “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь” ) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Ул заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән.

- “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты ауыл биләмәләрендә медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәрергә булышлыҡ итә. Меңйетәрҙә фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу – урында йәшәүселәргә үҙ ваҡытында медицина ярҙамын күрһәтергә, медицина хеҙмәттәренә уңайлы шарттар булдырырға һәм халыҡ сәләмәтлеген нығытырға булышлыҡ итә, - тип белдерҙе Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир Һәүбәнов.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсел медицина-санитар ярҙамын меңйетәрҙәр - 350-нән күберәк кеше - аласаҡ. Фельдшер Фларида Хәсәнова беренсел медицина ярҙамын күрһәтә. 

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас