

Бөтә организмдың сәләмәтлеге һәм ғөмүмән йәшәүҙең сифаты эске ағзаларҙың таҙа булыуынан, ти белгестәр. Ҡорһаҡты нимә етте шуның менән тултырғанда эстә күп бысраҡ ҡалдыҡтар йыйыла, улар ҡанға һеңә, тирене төҙһөҙләндерә. Шуның өсөн әленән-әле организмды таҙартып торорға кәрәк.
Ошондай салат ҡулланып та эсәктәрҙе таҙартырға була.
Алабыҙ:
шпинат, өс-биш япраҡ
салат тәмләткесе, бер япраҡ
ҡуҙғалаҡ, ике япраҡ
стакандың дүрттән бер өлөшөнә етен орлоғо
бер әфлисун
15 бөртөк йөҙөм
бер ҡалаҡ һоло яҫмығы (овсянка)
Әҙерләйбеҙ:
Йөҙөмдө һәм етен орлоғон айырым һауыттарҙа кистән ебетергә ҡуябыҙ. Иртән әфлисундың һутын һығып алабыҙ, йомшағын да ташламайбыҙ. Барыһын бергә һалып блендерҙа ваҡлайбыҙ.
Был ҡатнашманы иртән ике стакан һыу эсеп, 20 минут үткәндән һуң ашайбыҙ. Сәләмәт булайыҡ!