Сәләмәт булайыҡ
6 Октябрь 2025, 14:15

Араҡы һатыуҙы нисек сикләргә

“Mail” яңылыҡтар редакцияһы халыҡтың алкоголь эсемлектәр һатыуҙы сикләү буйынса фекерен өйрәнеү өсөн төбәктәрҙә киң масштаблы тикшеренеү башланы.

Араҡы һатыуҙы нисек сикләргәАраҡы һатыуҙы нисек сикләргә
Араҡы һатыуҙы нисек сикләргә

“Mail” яңылыҡтар редакцияһы халыҡтың алкоголь эсемлектәр һатыуҙы сикләү буйынса фекерен өйрәнеү өсөн төбәктәрҙә киң масштаблы тикшеренеү башланы.

Сара спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы сикләүҙең ниндәй саралары йоғонтоло булыуын асыҡлау маҡсатын ҡуя.

Алкоголь һатыу 1995 йылдың 22 ноябрендә ҡабул ителгән “Этил спирты, алкоголь һәм спиртлы продукцияны етештереү һәм һатыу һәм алкоголь продукцияһы ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында”ғы 171-се Федераль закон менән көйләнә. Төбәктәрҙәге власть үҙ ҡағиҙәләрен дә урынлаштырырға хоҡуҡлы.

Башҡортостанда алкоголь һатыу 23.00 сәғәттән 8.00 сәғәткә тиклем тыйылған. Айырым көндәрҙә был тыйыу тәүлек әйләнәһенә эшләй: яңы йыл байрамдарында, “Һабантуй” байрамында, Йәштәр көнө (июндең һуңғы шәмбеһе), 1 сентябрь – Белем көнөндә, “Һуңғы ҡыңғырау” көнөндә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас