Сәләмәт булайыҡ
8 Октябрь 2025, 18:50

Алдағы байрамда ауырып китһәң, нимә эшләргә?

Эш графигына үҙгәрештәр индерелә, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Алдағы байрамда ауырып китһәң, нимә эшләргә?Алдағы байрамда ауырып китһәң, нимә эшләргә?
Алдағы байрамда ауырып китһәң, нимә эшләргә?

Республика көнө байрамына бәйле, поликлиникаларҙың эш графигына үҙгәрештәр индерелә, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

11 һәм 13 октябрҙә поликлиникалар 08:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем пациенттарҙы ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта саҡырыуҙар (кисектергеһеҙ булғандары ла) 16:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк.

Район һәм ҡала хакимиәттәре менән берлектә байрам саралары үткән урындарҙа медицина тәьмин итеүе ойоштороласаҡ. Бөтә медицина учреждениелары тейешле дарыуҙар запасы һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителәсәк. Көтөлмәгән хәлдәрҙә медицина күрһәтмәләре буйынса стационарҙа дауалау өсөн койкалар резервы булдырылған.

 Г. Биргәнова фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас