

Башҡортостанда “Ауыл фельдшеры” һәм “Ауыл табибы” программалары ярҙамында төпкөл райондарҙа медицина хеҙмәтен яҡшыртыуға, унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға өлгәшелде тип бөгөн ныҡлы әйтә алабыҙ. Был программаларҙы федераль финанслау буйынса республика төп биш субъект рәтенә инә.
2025 йылдың 24 сентябренә тап ошо программаларға ярашлы, 35 табиптың һәр береһе 1,5 миллион һум, 14 табип – берәр миллион һум, 19 урта медицина хеҙмәткәре 750 меңешәр һум, 10 урта медицина хеҙмәткәре 500 меңешәр һум аҡса алды. Дәүләт сәйәсәте һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән йәштәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, айырыуса был хәстәрлек ауыл ерендә эшләгәндәргә ҡағыла
Башҡортостан ауылдарында ике меңдән ашыу медицина пункты эшләй. Федераль һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында һуңғы алты йыл эсендә биш йөҙҙән ашыуы иҫке биналарҙан заманса модулле биналарға күсте. Яңы системала эшләү өсөн 23 меңдән ашыу хеҙмәткәр уҡытылған. Төбәктә медицина документтарының берҙәм базаһы булдырылған. Пациенттың электрон медицина картаһы мәғлүмәттәренән, ҡайһы медицина ойошмаһына теркәлеүенә ҡарамаҫтан, табиптар базанан файҙалана ала. Тәүге звено медицина учреждениелары һанлы медицина изделиелары менән этаплап тәьмин ителәсәк. Бөгөн ФАПтарҙы диагностика ҡорамалдары, шул иҫәптән дистанцион тапшырыу функциялы компьютер кардиографтары менән йыһазландырыу бара.
Фельдшерҙың ярҙам саралары ла артты, ҡан баҫымын үлсәп, табип тәғәйенләгән йүнәлтмә буйынса энә ҡаҙауҙан тыш, фельдшер хәҙер дистанцион рәүештә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын рәсмиләштерә, электрон рецепт яҙа, телемедицина консультацияһын үткәрә ала. Мәҫәлән, электрокардиограмма алып, шунда уҡ табипҡа кәңәшләшеү өсөн ебәрергә мөмкин. Хәҙер интернет медицина пункттарының 97,3 процентында бар. Башҡортостандың һанлы системаһы 205 ойошманы берләштерә.
Мәҫәлән, былтыр Илеш районының Ҡужбахты ауылында асылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ике ауылдың 650-нән ашыу кешеһен хеҙмәтләндерә. Быға тиклем клуб бинаһында урынлашҡан медицина пунктын бөгөнгөһө менән сағыштырырлыҡ түгел, әлбиттә. “Күреп тораһығыҙ, ҡабул итеү, процедура, ҡатын-ҡыҙҙар кабинеттары ниндәй иркен, яҡты! Бөтә медицина ҡорамалдары яңы. Бындай уңайлы шарттарҙа ҡасан да булһа эшләрмен, тип хыялланмағайным да әле. Эшкә ҙур кинәнес, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән йөрөргә генә кәрәк хәҙер”, – ти фельдшер Гөлназ Гәрәева, ҙур һөйөнөс менән.
. Ғөмүмән, медицина пункты тормошонда шатлыҡлы яңылыҡтар булып тора. Мәҫәлән, быйыл апрель айында медицина учреждениеһына өр-яңы Лада Гранта автомобиле тапшырылыуы көтөлмәгән ваҡиға булған. “Ауыл ерендә һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә йылдан-йыл күберәк иғтибар бирелеүен күрәбеҙ. “Сәләмәтлек поездары”ның йыл һайын райондарға килеүенә халыҡ өйрәнеп бөттө. “ПроМед”системаһына инеп, консультация алыу, анализдарҙы белешеү мөмкинлеге бар”, – ти фельдшер.
Быйыл Ҡырмыҫҡалы районының Илтирәк ауылында асылған яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Влада Сутягина ла, “Ауыл фельдшеры” программаһында ҡатнашып, 500 мең һум аҡса алыуына бик шат. “Ер участкаһы һатып алдым, республикама ошондай ҙур иғтибары һәм хөрмәте өсөн рәхмәт! – тип һөйөнә медицина хеҙмәткәре. – Ә модулле пункттың бөтә заманса талаптарға ярашлы булыуы, ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылыуы айырыуса шатландырҙы, ЭКГ-аппараттар, гинекология креслоһы, манипуляция өҫтәлдәре, шкафтар ... барыһы ла өр-яңы!”
Утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған фельдшер Эльвира Байгилдина “Ауыл фельдшеры” программаһына инеп, Архангел районының Абзан халҡына медицина ярҙамы күрһәтә башлай. Уның менән бергә медицина пунктында акушер Рәмзиә Бикбулатова ла эшләй. “Бөтә уңайлыҡтары булған, яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған медицина учреждениеһында эшләү үҙе бәхет!”– тип иҫәпләй медицина хеҙмәткәрҙәре.
Хәҙер “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларының һаулыҡ һаҡлау тармағында кадрҙар ҡеүәтен нығытыуға тос өлөш индереүен бер кем дә инҡар итә алмаҫ. Башҡортостан Волга буйы федераль округында модулле ФАП-тар урынлаштырыу буйынса лидерлыҡты тота. 2021 йылдан алып республикала 361 ФАП төҙөлдө, был Волга буйы федераль округында яңыртылған медицина пункттарының яртыһынан күбеһен тәшкил итә. 2025 йылда республика тағы ла алты поликлиника һәм 134 модулле медицина учреждениеһын аласаҡ. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева әйтеүенсә, компенсацион түләүҙәр алған табиптар һәм фельдшерҙар ауыл учреждениеларында бер нисә йыл эшләргә һүҙ бирә һәм был үҙ йәһәтендә кадрҙар менән тәьмин итеүҙе тотороҡландыра. ”Программаларҙың һөҙөмтәлелеген көсәйтеү өсөн белгестәр араһында тәжрибә уртаҡлашыу берләшмәләрен булдырыу, квалификация күтәреү, заманса диагностика һәм дауалау ысулдары курсын ойоштороу, шулай уҡ инфраструктураны үҫтереү, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу ҙа өлгөрөп еткән мәсьәлә”, тип иҫәпләй эксперт.
Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын асҡанда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡан тамырҙарына һәм йөрәккә ҡатмарлы операциялар үткәреләсәк бындай медицина үҙәктәренең тотош ил өсөн ғәҙәттән тыш мөһим мәсьәлә икәнен билдәләүҙән тыш, төбәк етәкселәренән дауалау сылбырындағы тәүге звено тураһында ла хәтерҙә тотоуҙарын һораны.
“ФАПтар тураһында ла онотмауығыҙҙы һорайым, был ҙур булмаған тораҡтарҙа йәшәүсе миллионлаған граждандарыбыҙға ҡағыла, унда йыш ҡына фельдшерҙарҙан башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре лә юҡ. Шуға күрә ФАПтарҙы ремонтлау, төҙөү, уларға белгестәрҙе йәлеп итеү, улар өсөн шарттар тыуҙырыу, бөтәһенән элек торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса эште дауам итеү кәрәк, һеҙ был хаҡта яҡшы беләһегеҙ”, – тине Владимир Путин.
Табип йәки фельдшер профессияһын һайлау – һәр саҡ яуаплылыҡ талап иткән етди ҡарар ул. Йәш белгестәрҙең йыш ҡына эштәге юғары көсөргәнеш һәм даими уҡыу менән бәйле икеләнеүе билдәле. Әммә тотороҡлоҡ һәм медицинаның социаль әһәмиәте тап ошо һөнәрҙе һайларға этәргән төп факторҙар булып ҡала. Пациенттарҙың ышанысын яулау, тәжрибәле фельдшерҙар әйтеүенсә, уңышлы эштең яртыһы, бары эшеңде бөтә күңелеңде һалып башҡара бел. “Донъялағы иң мәрхәмәтле, кешелекле һөнәр эйәләренә ихтирам, уларға тейешле эш шарттары булдырыу, заманса технологиялар менән тәьмин итеү менән бергә ауыл тормошон ылыҡтырғысыраҡ итеү ҙә мөһим”, – тип иҫәпләгән һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникееваның фекере менән тулыһынса килешәбеҙ.
Хәҙер беҙҙә медицина мәғлүмәттәрен компьютер ярҙамында анализлау дауам итеүенә, иҫәпләү ҡеүәттәре алмашыныуына ҡарамаҫтан, эш принцибы һаман да элеккесә ҡала. “Мөғжизә юҡ ул, бары технологиялар ғына бар һәм улар бөгөн яңы үҫеш кисерә”, – тип үҙ фекерен белдерә эксперттар. Ауыл фельдшеры тап ошо үҙгәрештәр эсендә ҡайнап йәшәй, кешелек тәжрибәһен һәм технологик мөмкинлектәрҙе яраштырып ҡулланырға өйрәнә.
Башҡортостан Башлығы сираттағы оператив кәңәшмәләрҙең береһендә ауыл фельдшерҙарына һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға, хөрмәт менән ҡарарға саҡырҙы һәм республикала тағы һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пуктын асыуға старт бирҙе. Шуларҙың береһе Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында асылды.
Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән СӘФӘРҒОЛОВ:
“Ҡауарҙы ауылы халҡы өсөн яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуы оло байрам булды. 609 кешене, шул иҫәптән, 107 баланы, ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә тәжрибәле фельдшер Рәйлә Йәғәфәрова хеҙмәтләндерәсәк. Заманса медицина ҡорамалдары, яңы йыһаздар менән тәьмин ителгән, интернет үткәрелгән медицина пункты ауылдың биҙәге лә, терәге лә буласаҡ. Элек ул 1986 йылда ағастан төҙөлгән яраҡлаштырылған бинала урынлашҡайны. Айырма ер менән күк араһындай. Ауылдаштар бында диспансерлаштырыу үтәсәк, консультация аласаҡ. Ҡауарҙы халҡына сәләмәтлек, яҡшы кәйеф теләйем”.
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
“Беҙ, иң мөһиме, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын күберәк төҙөргә тейешлегебеҙҙе аңлайбыҙ, әммә һеҙ – сирҙәр менән көрәштә алғы һыҙыҡтағы фельдшерҙар булмаһа, бер ни ҙә барып сыҡмаясаҡ. Беҙ һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ һәм һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Һеҙгә сәләмәтлек теләйбеҙ һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыу эшен дауам итәсәкбеҙ”.
Динә Арыҫланова.
Фото: Красноусол үҙәк район дауаханаһы.
Ҡауарҙы ауылында яңы модулле медицина пункты ишектәрен асты.