Сәләмәт булайыҡ
10 Октября 2025, 17:00

Йоҡлар алдынан лавр төнәтмәһе эсегеҙ

Быуындар һыҙлаған осраҡта 300 мл һыуға 15 япраҡ ҡулланығыҙ. Аш һеңдереүҙе яҡшыртыу өсөн бөтнөк һәм имбир өҫтәгеҙ...  

Йоҡлар алдынан лавр төнәтмәһе эсегеҙЙоҡлар алдынан лавр төнәтмәһе эсегеҙ
Йоҡлар алдынан лавр төнәтмәһе эсегеҙ

Лавр япрағы – хуш еҫле тәмләткес кенә түгел, ә һыналған халыҡ дауаһы ла. Дөрөҫ әҙерләнгән төнәтмә был үҫемлектең бөтә файҙалы үҙенсәлектәрен асырға ярҙам итә.

Лавр япрағы төнәтмәһе:

* Аш һеңдереүҙе көйләй, эс күбеүҙе кәметә, аппетитты яҡшырта;

* Иммунитетты нығыта: организмдың һаҡланыу көсөн һәм инфекцияларға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра;

* Организмды таҙарта: токсиндар һәм шлактар сығарыуға булышлыҡ итә, ҡандың сифатын яҡшырта;

* Быуындарҙың һыҙлауын баҫа һәм мускулдар ауыртыуын кәметә;

* Нервы системаһын нығыта: көсөргәнешлекте кәметә, стресс менән көрәшә һәм йоҡоно яҡшырта;

* Ҡан әйләнешен көйләй, ҡан тамырҙарын нығыта;

* Тирене таҙарта, сәсте нығыта һәм ҡартайыу процестарын тотҡарлай.

Лавр япрағы төнәтмәһен әҙерләү рецебы

10 - 12 ҡоро лавр япрағы, 500 мл таҙа һыу кәрәк. Лавр япрағын таҙа итеп йыуығыҙ. Эмалләнгән кәстрүлгә һалып, өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ. Әкрен утта ҡайнау хәленә еткерегеҙ һәм 5 - 7 минут самаһы ҡапҡасын ябып, ҡайнатығыҙ. Уттан алып, 3-4 сәғәт ултыртып тороғоҙ һәм марля йәки ваҡ иләк аша һөҙөгөҙ.

Нисек ҡабул итергә?

Дөйөм һаулыҡты нығытыу өсөн көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 50 миллилитр күләмдә (стакандың 4/1 өлөшө) 7 – 10 көн ҡабул итегеҙ. Ике-өс аҙна тәнәфес яһағас, тағы ҡабатларға мөмкин. Әҙер төнәтмәне һыуытҡыста ике тәүлектән артыҡ һаҡламағыҙ.

  • Быуындар һыҙлаған осраҡта 300 мл һыуға 15 япраҡ ҡулланығыҙ, 10 минут ҡайнатығыҙ.
  • Аш һеңдереүҙе яҡшыртыу өсөн бөтнөк һәм имбир өҫтәгеҙ.
  • Тирене тәрбиәләү өсөн төнәтмәне компресс рәүешендә ҡулланығыҙ.
  • Иммунитетты күтәреү өсөн гөлйемеш һәм лимон өҫтәргә мөмкин.

Иҫкәртеүҙәр

Йөклөлөк һәм сабый имеҙеү осоронда тәҡдим ителмәй. Бөйөр һәм бауыр сирҙәре осрағында һаҡ булығыҙ. Ашҡаҙан сей яраһы ауырыуы киҫкенләшкәндә, аллергия реакцияһы булғанда ярамай.

Тәҡдим ителгән миҡдарҙы үтәгеҙ. Дауаланыуҙы башлар алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.

Фото: нейроселтәр. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас