Сәләмәт булайыҡ
14 Октябрь 2025, 13:15

Быуындарың һыҙлаһа...

Быуын ауырыуҙары йыш ҡына кимерсәк туҡымалағы матдәләр алмашыныуы боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Ялҡынһыныу процесын кәметеү өсөн рационға омега-3 кислоталарын индерергә кәрәк. Был элемент скумбрия балығында күп. Тағы ниндәй продукттарҙа тупланған ул? Файҙалы компресты нисек эшләргә? Сайтта уҡығыҙ: 

Быуындарың һыҙлаһа...Быуындарың һыҙлаһа...
Быуындарың һыҙлаһа...
Быуын ауырыуҙары йыш ҡына кимерсәк туҡымалағы матдәләр алмашыныуы боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, артроз ваҡытында быуындарҙағы кимерсәктең тарҡалыуы һөҙөмтәһендә ялҡынһыныу процесы башлана. Әлеге процесты кәметеү өсөн, рационға омега-3 кислоталарын индерергә кәрәк. Был элемент скумбрия балығында күп.
 
Файҙалы продукттарҙың тағы береһе – киви. Әлеге емеш гиалурон синтезына ярҙам итә торған антиоксиданттарға бай.
Быуындары ауыртыуҙан интегеүсе кешеләргә шулай уҡ һоло бутҡаһына ла иғтибар итергә кәрәк. Әлеге бутҡаның составында марганец бар, уның иондары һөйәк һәм кимерсәк туҡымалары ферменттарын яйға һала.
 
Тағы ла етен майы, сардина, сельдь, куркума һәм һөт ҡулланыу ҙа быуындар ауыртҡанда ярҙам итә.
 
Быуын ауыртҡанда түбәндәге компресс та ярҙамға килер. Уны яһау өсөн өс аш ҡалағы камфара майына бер аш ҡалағы бал һәм шул тиклем үк горчица порошогы һалып болғатырға кәрәк. Ҡатнашманы кәбеҫтә япрағына ҡуйып, ауыртҡан урынға һалырға һәм, өҫтөн йылы әйбер менән ҡаплап, ике-дүрт сәғәт буйына тоторға кәрәк.
 
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото: телеграм
Автор:Карима Усманова
Читайте нас