

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект 2019 йылда башланды. Ул диагностик ярҙамды арттырыуға, ауылдарҙа йәшәүселәр араһында социаль әһәмиәтле һәм хроник ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауға йүнәлтелгән. "Сәләмәтлек поездары" составында - күсмә флюорографтар һәм маммографтар, мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункттары, һаулыҡ үҙәктәре, шул иҫәптән балалар, шулай уҡ Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиле, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы. Бригадаларҙа терапевтар, кардиологтар, онкологтар, офтальмологтар, неврологтар, стоматологтар, рентгенологтар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары эшләй.
- Төбәктә ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырыуға ҙур иғтибар бүленә, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. - Беҙҙең проект үҙенсәлекле. Иң яҡшы белгестәр бөтә республика буйлап йөрөй һәм юғары профессиональ ярҙам күрһәтә. Халыҡ менән аралашҡанда миңә һәр ваҡыт яҡшы баһалар килә, халыҡ медицина десанттары өсөн ихлас рәхмәт әйтә, – тине төбәк етәксеһе. - Төп һөҙөмтә – табиптар ваҡытында ғүмергә хәүеф янаған ауырыуҙарҙы асыҡлай. Был онкологик, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шәкәр диабеты һәм башҡалар. Ҡайһы саҡта ашығыс ярҙам да күрһәтәһегеҙ. Ҡотҡарылған һәр ғүмер беҙҙең өсөн мөһим.
Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм «Сәләмәтлек поездары» медперсоналына эште яҡшы ойошторғандары һәм пациенттарға һиҙгер мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ете йыл эсендә табиптар республикала 800 меңдән ашыу кешене тикшергән, 2,5 мең тораҡ пунктты үҙ эсенә алған, уларҙың 70 проценты – алыҫ ауылдар. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин 2025 йыл өсөн 21 апрелдән 16 сентябргә тиклем уҙғарылған акцияға йомғаҡ яһаны. Был ваҡыт эсендә бригадалар 54 муниципалитеттың 356 тораҡ пунктында булған. Табиптар бөтәһе 175 мең тикшереү үткәргән, 40 меңдән ашыу пациентты тикшергән, 23 меңгә яҡын хәүефле ауырыуҙар барлыҡҡа килеү факторҙарын асыҡлаған. Кәрәк булғанда, халыҡты өҫтәмә тикшереүгә һәм госпиталгә ебәргәндәр.
- Халыҡтың ғүмер оҙонлоғон арттырыу буйынса һөҙөмтәләргә өлгәшеү - беҙҙең өсөн төп маҡсат. Республикала халыҡтың медицина ярҙамы менән ҡәнәғәтлеге 60 процент самаһы тәшкил итә. Был күрһәткес ил буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ, – тип билдәләне министр. – Көн һайын эшләүебеҙҙең иң мөһиме - ул кеше, уның ихтыяждары, ҡиммәттәре һәм именлеге.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» проектын артабан үҫтереү буйынса пландарҙы тикшерҙе.
Мәҫәлән, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов 2025 йылда колледждарҙың өлкән курс студенттарын «Сәләмәтлек поездары» эшенә йәлеп итеү буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.
- Өфө медицина колледжының Мәсәғүттәге филиалынан 15 студент тәжрибәле табиптарҙа практика үтте. Иң мөһиме, улар үҙ компетенцияларын киңәйтте, – тине Валерий Трофимов. Башҡортостандың сик буйы муниципалитеттарында медицина колледждары филиалдарын асыу буйынса эш республикала кадрҙарҙы һаҡлауҙа мөһим звеноға әүерелде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.
Нефтекама маршруты табибы, Бөрө үҙәк район дауаханаһының сәләмәтлек үҙәге мөдире Юлиә Ғәскәрова, «Сәләмәтлек поездары» ауырыуҙарҙы иҫкәртеү мөмкинлеген бирә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Беҙ урындарҙа диагностика һәм диспансеризация үткәреп кенә ҡалмайбыҙ. Беҙ халҡыбыҙҙың һаулығына яуаплы ҡараш мәҙәниәтен формалаштырабыҙ. Был да бик мөһим, – тип өҫтәне Юлиә Ғәскәрова. - Элек беҙгә ололар йышыраҡ килә ине. Ә хәҙер урта быуын вәкилдәре лә - пациенттарыбыҙ. Быйыл сиратта ултырыусыларға сирҙе иҫкәртеү буйынса видеояҙмалар күрһәтә башланыҡ. Тәжрибәбеҙҙе башҡа маршруттар буйынса ла таратырға тәҡдим итәбеҙ.
Саҡмағош үҙәк район дауаханаһынан Өфө маршруты табибы Рөстәм Исмәғилев алкоголизмды иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һаҡлау өсөн «Сәләмәтлек поездарының» көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһы шәфҡәт туташы Надежда Бирюкова махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙәр өсөн һөнәри тикшереүҙәр үткәреүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы ике йылда «Сәләмәтлек поездары» бригадалары 269 яугирҙе тикшерҙе, уларҙың 3,5 меңгә яҡын ғаилә ағзаһын ҡараны. Башҡортостан Башлығы медицина учреждениелары коллективтарын тыуған иленә ҡайтҡан ветерандарға ярҙам күрһәтеү буйынса алдағы эшкә йүнәлтергә тәҡдим итте.
- Тәү сиратта уларға психологик ярҙам кәрәк буласаҡ. Хәҙер үк тейешле белгестәр әҙерләргә кәрәк, шул иҫәптән «Сәләмәтлек поездарында» эшләү өсөн дә. Республикабыҙҙың иң алыҫ ауылдарынан һәр яугир ошондай ярҙам алырға тейеш, - тине Радий Хәбиров. - Был беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – ветерандарға лайыҡлы реабилитация ойоштороу һәм уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеү.
Республика кардиология үҙәге кардиологы Дарья Косолапова билдәләүенсә, уларҙың мобиль комплекстарына – иң оҙон сираттар.
– 2019 йылдан алып 28 мең пациентҡа консультация бирҙек, уларҙың 6 меңен тикшереүгә һәм стационар дауалауға йүнәлттек, – тине Дарья Косолапова. – 2024 йылда ЭКГ аппараты, ЭхоКГ, гематологик анализ һәм йөрәк скринингы өсөн кардиовизор булған яңы кардиомодуль асҡыстарын алдыҡ. Был яңы технологиялар ғына түгел, ә диагностика һәм консультация алыу мөмкинлеген арттырыу ҙа. Беҙҙә юлға сыҡҡанда симптомһыҙ миокард инфаркты менән сирләгән пациентҡа ваҡытында ярҙам күрһәтелгән осраҡ булды.
Төбәк етәксеһе «Сәләмәтлек поездары» эшен камиллаштырыу өсөн табиптарға ниндәй ярҙам кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар муниципалитеттар менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм күсмә модулдәрҙең аппаратураһын яңыртыу, шулай уҡ уларҙы күсмә УЗИ аппараттары менән йыһазландырыу кәрәклеген билдәләне.
- Был проектты киләһе йылда ла дауам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ мөмкин тиклем модулдәрҙә медицина техникаһын үҙгәртәсәкбеҙ, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе. - Беҙ ҙур медицинаны кешеләрҙең ихтыяждары менән берләштерәбеҙ. «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла юғары профессионализм һәм һиҙгерлек өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерәм, - тине ул. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға йөкмәткеле диалог өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.