+21 °С
Болотло


Башҡортостанда әлеге мәлгә 781 кеше COVID-19 менән сирләй.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, 14 октябргә ҡарата 677 кеше короновирус менән өйҙә көрәшә, 104 кеше дауаханала ята. Ошо бер тәүлектә 77 кеше һауыҡҡан. Республика дауаханаларында был сирҙе дауалау өсөн тәғйенләнгән урындарҙың 23 проценты буш.
Фото: социаль селтәрҙән.