+21 °С
Болотло


Сәсте салланыуҙан туҡтатып була
Сара ябай ғына, өйҙә булған ингредиенттарҙан тора.
Беҙгә кәрәк:
бер ҡалаҡ бал
бер ҡалаҡ кастор майы
бер ҡалаҡ коньяк
бер сей йомортҡаның һарыһы.
Ҡулланыу
Ошо ингредиенттарҙы бергә ҡушып, яҡшылап болғатҡас, сәс төптәренә биш минут тирәһе һөртәбеҙ.
Башты пленка менән ҡаплап бәйләп, өҫтәнән шапочка кейәбеҙ.
2-3 сәғәттән һуң шампунь менән йыуып төшөрәбеҙ.
Сәләмәт булайыҡ!