

Әбйәлил районында ВИЧ-инфекция менән хәл киҫкенләште, тип хәбәр итте муниципалитет башлығы Айрат Әминев.
Уның һүҙҙәренсә, был аяныслы күрһәткес буйынса район лидерҙар иҫәбенә инә. Әлеге ваҡытта ВИЧ менән сирләгән 295 кеше иҫәптә тора, йыл башынан 19 яңы осраҡ теркәлгән. Йылдар дауамында районда 200-гә яҡын кеше вафат була.
Бындай сирлеләр һаны буйынса түбәндәге ауылдар алда бара: Асҡар (63), Йәлембәт (15), Михайловка (12), Ташбулат (13). Дөйөм алғанда, районда ВИЧ-инфекциялы булмаған бер генә тораҡ пункт та юҡ.
– 1 декабрҙән ВИЧ-ты иҫкәртеү айлығын башлайбыҙ. Табиптарҙың күсмә төркөмдәре һәр ауылда буласаҡ. Тесты бушлай һәм аноним рәүештә тапшырырға мөмкин, – тип хәбәр итте Айрат Әминев.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.