Сәләмәт булайыҡ
20 Октябрь 2025, 13:45

Халыҡ уларҙы көтөп ала

Башҡортостандың 40 меңдән ашыу ауыл кешеһе “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә тикшереү үтте. 

Халыҡ уларҙы көтөп алаХалыҡ уларҙы көтөп ала
Халыҡ уларҙы көтөп ала

2025 йылда Башҡортостандың алыҫ ауылдарында йәшәгән 40 меңдән ашыу кеше “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” иҫкәртеү акцияһы сиктәрендә медицина тикшереүе үткән. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект 2019 йылда башланды. Ул диагностик ярҙамды арттырыуға, ауылдарҙа йәшәүселәр араһында социаль әһәмиәтле һәм хроник ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауға йүнәлтелгән. Йөкләмәне тулыраҡ ҡаплау һәм тигеҙ бүлеү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре алты маршрут буйынса – Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйынса юлға сыға. Улар 54 муниципалитетта 356 тораҡ пунктты үҙ эсенә ала.

“Сәләмәтлек поездары” составында – Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиле, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы, “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы” модуле, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункттары, һаулыҡ үҙәктәре. Бригадаларҙа терапевтар, хирургтар, акушер-гинекологтар, эндокринологтар, кардиологтар, онкологтар, офтальмологтар, неврологтар, стоматологтар, рентгенологтар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары эшләй.

– Быйыл акцияны 21 апрелдән 16 сентябргә тиклем үткәрҙеләр. Табиптар бөтәһе 175 мең тикшереү үткәрҙе, 23 меңгә яҡын хәүефле ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефе факторҙарын асыҡланы. Был пациенттарҙың барыһы ла контролдә тотола. Шулай уҡ 2 меңдән ашыу МХО-ла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары тикшерелде, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. – Проектты артабан үҫтереү буйынса пландарҙа – 2026 йылдан мобиль комплекстарға күсмә УЗИ-аппараттарын индереү.

Шуны билдәләп үтәйек: муниципалитеттар “Сәләмәтлек поездары”ның һөҙөмтәле эшләүенә булышлыҡ итә – мобиль комплекстарҙы электр энергияһына тоташтыра, халыҡты ташыуҙы ойоштора, шулай уҡ халыҡҡа табиптар бригадаларының эше тураһында киң мәғлүмәт бирә.

Акция тәү сиратта кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Беҙҙең республикабыҙ ҙур. Һәм “Сәләмәтлек поездары” алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәрҙең ауыр сирҙәрен иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Яҡшы проект, уны тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙең тәжрибә илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Был эштә ҡатнашҡан барлыҡ табиптарға рәхмәт белдерәм.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас