

Мәскәүҙә был көндәрҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҙур ваҡиға – “Милли һаулыҡ һаҡлау 2025” милли конгресы бара.
Тәүге көндә 20 эшлекле сара булды, уларҙың береһе тәүге звеноны үҫтереүгә арналды.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин панель дискуссияла республикала тормошҡа ашырылған иң яҡшы ғәмәлдәр һәм ҡаҙаныштар тураһында һөйләне, шулай уҡ тәүге звеноны үҫтереү буйынса пландар менән уртаҡлашты.
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Виктор Фисенко тәүге звеноны үҫтереү стратегияһының векторҙарын билдәләне. Башҡортостанды ул эске процестарҙы стандартлаштырыу һәм “пациент бул” принцибын индереү буйынса комплекслы эш алып барылған төбәк тип атаны һәм башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.