Сәләмәт булайыҡ
27 Октябрь 2025, 11:55

Сәләмәт йылмайһын балалар

Балалар поликлиникалары мәктәптәрҙә профтикшереү үткәреү өсөн яңы күсмә комплекстар аласаҡ. 

Сәләмәт йылмайһын балаларСәләмәт йылмайһын балалар
Сәләмәт йылмайһын балалар

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәктәп медицинаһын үҫтереү һәм стоматология кабинеттарын реновациялау тикшерелде. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, төбәктең мәғариф ойошмаларында 584 лицензиялы медпункт эшләй. Мәктәп медицинаһы системаһында 233 табип-педиатр һәм 570 урта белемле хеҙмәткәр хеҙмәт итә. Был категориялар буйынса персонал менән тәьмин ителеш 94,9 һәм 97,2 процент тәшкил итә. Медпункттарҙың төп йүнәлешепрофилактик тикшереүҙәр үткәреү.

2025 йылдың туғыҙ айында 430 меңдән ашыу уҡыусыны ҡаранылар, – тине министр. – Һуңғы йылдарҙа ауырыуҙар структураһы үҙгәрмәне. Беренсе урында – нервы системаһы ауырыуҙары, икенселә – аш һеңдереү ағзалары һәм өсөнсөлә – күреү ағзалары.

2025 йылдың 1 сентябренән медпункттың штат расписаниеһына юғары шәфҡәт туташы белеме булған медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса шәфҡәт туташы вазифаһы индерелә. Бынан тыш, мәктәп һәм мәктәпкәсә медицина системаһында эшләгән табип-педиатрҙар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары льготалы стаж алыу мөмкинлегенә эйә.

Айрат Рәхмәтуллин 2030 йылға тиклем мәктәп медицинаһын үҫтереү перспективалары иҫәбендә персонал әҙерләүҙе һәм медпункттарҙың тулы комплектланыуын, шулай уҡ төбәктең балалар поликлиникаларына мәктәптәрҙә профосмотр үткәреү өсөн “Ғаилә” милли проекты буйынса 18 күсмә медицина комплексының инеүен атаны.

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, төбәктең дөйөм белем биреү ойошмаларында 255 мәктәп стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 110-ы “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә асылған.

– Икенсе йыл рәттән “Сәләмәт йылмайыу” проекты индерелгәнгә тиклем асылған стоматология кабинеттарын реновациялау буйынса эш алып барабыҙ, – тине министр.2024 йылда республика бюджеты средстволары иҫәбенә 16 ошондай бина ремонтланды һәм яңыртылды, ә 2025 йылда – тағы ла һигеҙ.

Уҡыу йылы башынан алып стоматологтар 27 109 уҡыусыны һәм 1 540 педагог хеҙмәткәрен ҡараны, 7 086 баланы һәм 530 уҡытыусыны дауаланы.

Башҡортостан Башлығы 500-ҙән ашыу бала уҡыған һәр мәктәптә заманса стоматология кабинеты эшләргә тейешлеген  билдәләне.

– Был мәктәп уҡыусыларына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм уларҙа етди ауырыуҙарҙы иҫкәртеү. Эште дауам итәбеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас