Сәләмәт булайыҡ
28 Октябрь 2025, 06:30

Бройлер тәпәйҙәренән дерелдәк (холодец) эшләп ҡаранығыҙмы?

Йылайыр районында йәшәгән уҡытыусы-блогер уны нисек эшләүе хаҡында яҙа.

Бройлер тәпәйҙәренән дерелдәк (холодец) эшләп ҡаранығыҙмы?Бройлер тәпәйҙәренән дерелдәк (холодец) эшләп ҡаранығыҙмы?
Бройлер тәпәйҙәренән дерелдәк (холодец) эшләп ҡаранығыҙмы?

Көҙ көнө күптәр ҡош-ҡорт таҙарта, әммә бройлер тауыҡтың тәпәйенән бик тәмле дерелдек (холодец) килеп сыҡҡанын белмәйҙер әле. Йылайыр районында йәшәгән уҡытыусы-блогер Зөлфирә Таһирова унан нисек бик тәмле ҡойҡа-дерелдәк эшләүе хаҡында үҙ сәхифәһендә яҙған.

"Бройлер тәпәйҙәрен матур итеп, ап-аҡ итеп йыуаһың. Мин туңдырып һалып торғайным. Шуны килтереп сығарҙым да, һыу ҡойоп, плитәгә ултырттым. Ҡайнап сыҡҡас, һыуын түктем. Тағы һыу ҡойҙом да газға ултырттым. Икенсегә ҡайнап сыҡҡас, тәменсә тоҙ, тумалаҡ борос, лавр япрағы, кишер, һуған (тумалаҡ) һалып ултыртаһың. Иҙелгәнсе бешерәһең.

Бешкәс, тәпәйҙәрҙе алаһың, һурпаһын һөҙәһең. Тәпәйҙәрҙең итен һөйәктән айыраһың. Шул килеп сыҡҡан массаға һарымһаҡ, борос һалдым. Һарымһаҡты иҙгестән иҙҙем.

Һауыт төбөнә түңәрәкләп кишер турап һалдым, консервалы йәшел борсаҡ, укроп һалдым. Шунан теге һөйәктән айырып алған, һарымһаҡ, борос ҡушылған ит (ҡойҡа) һалдым. Өҫтөнә һурпаһын ҡойҙом. Һурпаһына әҙ генә желатин (хәләл) ҡуштым. Бәлки, ҡойҡаланмай ҡуйһа тип ҡурҡыштан. Һыуытҡысҡа ҡуйғайным, иртәнсәк матур ғына итеп килеп сыҡҡан ине.

Тәки, тәки геннәнәки,
Икебеҙгә бер тәпи.
Икебеҙгә бер тәпине
Ашап бөттөк итәки",  - тип бик матур итеп аңлатып яҙған.

Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ҡош тәпәйҙәренән бик тәмле генә дерелдек эшләп ҡарағыҙ әле. Фотоларығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ҙа була.

Сығанаҡ һәм фото: Зөлфирә Таһирова.

Бройлер тәпәйҙәренән дерелдәк (холодец) эшләп ҡаранығыҙмы?
Бройлер тәпәйҙәренән дерелдәк (холодец) эшләп ҡаранығыҙмы?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас