Сәләмәт булайыҡ
1 Ноябрь 2025, 18:10

Ауырыуҙарға бирешмәйек

Миҙгел сирҙәре һағалап ҡына тора. Көҙ һәм яҙ организм хәлһеҙләнгән саҡта уға ярҙам итеп ебәреү мөһим. Түбәндәге рецепт иммунитетты нығытырға булышлыҡ итер.

Ауырыуҙарға бирешмәйекАуырыуҙарға бирешмәйек
Ауырыуҙарға бирешмәйек

Ауырыуға бирешмәйек

Миҙгел сирҙәре һағалап ҡына тора. Көҙ һәм яҙ организм хәлһеҙләнгән саҡта уға ярҙам итеп ебәреү мөһим.

Түбәндәге рецепт иммунитетты нығытырға булышлыҡ итер.

Беҙгә кәрәк

3 лимон

200 грамм грек сәтләүеге

150-шәр грамм йөҙөм, күрәгә, кипкән ҡара слива

200 грамм бал

гөлйемеш сиробы.

Әҙерләү

Лимонды (төшөн алып), сәтләүек, йөҙөм, күрәгә һәм черносливты блендер ярҙамында ваҡлайбыҙ, уға бал һәм сиропты ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Быяла банкаға һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бер аҙ шунда бер-береһенә һеңеп торорға тейеш.

Был шифалы ҡатнашманы көнөнә бер тапҡыр берәр ҡалаҡлап ҡына ас ҡарынға ашарға.

Бындай профилактиканы яҙлы-көҙлө үткәргәндә ярҙамы теймәй ҡалмаҫ.

Һәр осраҡта ла табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас