Сәләмәт булайыҡ
9 Ноябрь 2025, 07:00

Йүтәл йонсотһа, шәп сара бар

Бының өсөн аҡ май, һарымһаҡ һәм... йылы ойоҡбаш ҡына кәрәк 

Йүтәл йонсотһа, шәп сара барЙүтәл йонсотһа, шәп сара бар
Йүтәл йонсотһа, шәп сара бар

Көҙгө-ҡышҡы осорҙа төрлө вируслы йоғошло сирҙәр, тымаулау, һалҡын тейеҙереү күренештәре йышая. Ғәҙәттә, сир үҙе үтһә лә, күптәрҙе эҙемтәләре оҙаҡ ваҡыт йонсота. Айырыуса йүтәл бөтмәй ҡаҡшата. Бына шундай осраҡҡа халыҡ медицинаһынан еңел генә бер ысул.

Ике аш ҡалағы иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән аяҡ табандарын яҡшы итеп ыуығыҙ ҙа йылы ойоҡбаш кейегеҙ. Файҙаһын тиҙ арала тойорһоғоҙ.

Сәләмәт булығыҙ!

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына  https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас