

Шәкәр диабеты – ҡанда шәкәр артыуы менән бәйле сирҙәр төркөмө. Был сиргә тәүге сәбәп: инсулинға ҡытлыҡ. Ашҡаҙан аҫты биҙенең бета-күҙәнәктәре инсулин эшләп сығарыуҙы туҡтата, был осраҡта пациентты инсулин менән генә дауаларға тура килә. Икенсе сәбәп – инсулинға һиҙгерлектең түбән булыуы, был осраҡта дарыу төймәләренең дә ярҙам итеүе мөмкин.
1-се типтағы шәкәр диабеты кинәт башлана, сөнки инсулинға ҡытлыҡ ныҡ көсәйә, пациент туҡтауһыҙ һыу эскеһе килеүенә, бәүел йышайыуына, ябығыуына зарлана. Ауырыуҙар 10-30 килограмға тиклем ауырлығын юғалтҡан саҡтар ҙа була. Бындай үҙгәрештәр кешене һағайтмай ҡалмай, әлбиттә, улар беҙгә тиҙ мөрәжәғәт итә. Элек 1-се типтағы диабет нигеҙҙә йәштәрҙә була торған сир тип иҫәпләнде. Хәҙер күреүебеҙсә, бета-күҙәнәктәр эшмәкәрлеге боҙолоуы һөҙөмтәһендә ул төрлө йәштәге кешеләрҙә осрай.
2-се типтағы диабет яйлап үҫешә һәм йыш ҡына ауырыуҙар сир ҡатмарланғас ҡына мөрәжәғәт итә. Уның хатта балаларҙа осрауы ҙур борсолоу тыуҙыра. Ваҡ ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге боҙола, күҙҙәр, бөйөр, нервы системаһы зарарлана. Эре тамырҙар эшмәкәрлеге боҙолғанда кешенең инфаркт, инсульт кисереүе, гангрена башланыуы ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр бары инфаркт кисергәндә үҙҙәрендә шәкәр диабеты булыуын асыҡлай. Дөрөҫөрәге, пациентта диабет байтаҡ ваҡыт алда башланған.
Күптәрҙең фекере икенсе төрлө булһа ла, тәм-томдо күп ашау үҙенән-үҙе диабет менән сирләүгә килтермәй икән. Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш эндокринологы Әлиә Насертдинова әйтә. “Диабет – бик ҡатмарлы сир, һәм тәм-том, диабет араһындағы бәйләнеште йыш ҡына ябайлаштыралар”, - ти табип.
Белгес һүҙҙәренә ҡарағанда, вирустың тымауға сәбәп булыуы кеүек, тәм-томдо ашау ҙа үҙенән-үҙе туранан-тура диабет менән ауырыуға сәбәп була алмай. Әммә тәмле-татлыны артығынан күп ҡулланыу, ошондай эсемлектәрҙе файҙаланыу 2-се типтағы шәкәр диабеты менән сирләү сығанағына әүерелеүе ихтимал. Ашҡаҙан аҫты биҙенә ябай углеводтар (шәкәр) даими “йөк”төң күп булыуы ҡанда глюкозаның ҡапыл артыуына килтерә.
Ваҡыт үткән һайын организм күҙәнәктәренең инсулинға һиҙгерлеге артыуы ихтимал. “Ашҡаҙан аҫты биҙе инсулинды күберәк етештереү өсөн артыҡ күп эшләй һәм һөҙөмтәлә ул бөтә, ҡанда шәкәр миҡдары тотороҡло артҡандан-арта – 2-се типтағы шәкәр диабеты шулай атала”, – эндокринолог. Тағы уның әйтеүенсә, тәмле-татлыны яратыу артыҡ тән ауырлығына килтерә, бигерәк тә ҡорһаҡ эргәһендә май йыйыла. Ә уның да был сиргә сәбәп булыуы мөмкин.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!