Сәләмәт булайыҡ
14 Ноябрь 2025, 08:15

“Онкопатруль”гә йомғаҡ яһанылар

Башҡортостан 2019 йылда пооектҡа ҡушылған беренсе төбәктәрҙең береһе булды.

“Онкопатруль”гә йомғаҡ яһанылар“Онкопатруль”гә йомғаҡ яһанылар
“Онкопатруль”гә йомғаҡ яһанылар

14 ноябрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Онкопатруль” Бөтә Рәсәй мәғлүмәт-мәғариф проектының “Граждандары диалогы”нда ҡатнашты.

Был проектты 2019 йылдың 2 февралендә Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө алдынан тормошҡа ашыра башлағайнылар. Ул яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеүгә, сәләмәт тормош алып барыуҙы тәьмин итеүгә һәм илдә йәшәүселәрҙең яман шеш ауырыуынан һаҡ булыуына йүнәлтелгән.

Акцияның үҙенсәлеге – Милли медицина радиология үҙәге белгестәре һәм төбәк онкология диспансерҙары табиптары менән берлектә ҙур предриятие-ойошмаларҙа ир-егет, ҡатын-ҡыҙ һаулығына скрининг үткәрә. Алты йыл эсендә 13 мең тирәһе тикшерелгән, уларҙың ете меңе өҫтәмә тикшереүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостан 2019 йылда пооектҡа ҡушылған беренсе төбәктәрҙең береһе булды. Ул ваҡытта “Башҡортостан сода компанияһы” һәм “Салауатбыяла” предприятиеһынан 500-ҙән ашыу хеҙмәткәр тикшереү үткәйне. Быйыл был акцияға “ОДК-Өфө моторҙар эшләү йәмғиәте” ҡушылды.

Радий Хәбирпов үҙенең сығышында Башҡортостандың яман шешкә ҡаршы көрәш мәсьәләләренә етди ҡарауы тураһында әйтте.

- Йыл һайын онкология хеҙмәте үҫешенә һәм уны заманлаштырыуға һиҙелерлек аҡса бүленә. “Яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш” федераль проектына ярашлы, 400-ҙән ашыу ҡорамал һатып алдыҡ. Поликлиникаһы һәм хирургия бүлексәләре булған яңы хирургия корпусын төҙөнөк, Республика балалар онкология һәм гемотология үҙәген астыҡ, - тине төбәк етәксеһе.

Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы, Рәсәй Онкологтар ассоциацияһы президенты, Милли медицина радиология үҙәге генераль директоры, медицина фәндәре докторы, профессор Андрей Каприн Башҡортостандың идара итеү командаһына сараларҙы юғары ойошторғандары һәм төбәктә онкология хеҙмәтенең үҫеше өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин “Онкопатруль”дең тәү сиратта республика халҡыныү ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгәнлеге тураһында әйтте.

- 2025 йылда Башҡортостанда йәшәүсе 600 кеше тикшереү үтте. 94 кешелә яман шештең барлығына шик табылды. Ә был иртә диагноз ҡуйыу һөҙөмтәһендә ҡотҡарылған ғүмер, - тине Айрат Рәхмәтуллин.

“Граждандар диалогы”нда ҡатнашыусылар ил вуздарында онкологтарҙы әҙерләүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һөйләште.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Милли медицина радиология үҙәге белгестәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Андрей Каприн республикала “Онкопатруль” проектында әүҙем ҡатнашыусыларға ведомство наградаларын тапшырҙы.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас