Сәләмәт булайыҡ
15 Ноябрь 2025, 18:15

Ҡулдарығыҙ йәки үксәгеҙ ярылып йонсотһа...

Гөлназ Ишемғолова шәп кенә май тәҡдим итә 

Ҡулдарығыҙ йәки үксәгеҙ ярылып йонсотһа...Ҡулдарығыҙ йәки үксәгеҙ ярылып йонсотһа...
Ҡулдарығыҙ йәки үксәгеҙ ярылып йонсотһа...

Әхирәттәр, әгәр кемдеңдер үксәһе ярылып йонсотһа, йә иһә ҡулы сепейләп яфалаһа, хәтәр шәп мазь тәҡдим итмәксемен. Йәй көнө ауылға ҡайтҡан һайын эшләп китәмен дә, йыл буйына әнейем рәхәтләнә. Күрше-тирәгә лә тарата.

Бер стакан көнбағыш майын табала ныҡ итеп ҡыҙҙырырға, аҙаҡ шул майға дүрткә ярып эре генә һуғанды һалып ебәрергә. Алтынһыу төҫкә кереү менән һөҙөп алаһың. Шунан бер бит ҡағыҙ битендәй йоҡа ғына балауыҙҙы (ҡортсоларҙан алырға була) майға һалып иреткәс, табаны ситкә алып ҡуяһың. Бер нисә сәғәттән мазь әҙер.

Сығанаҡ: https://vk.com/club57785596 (“Мөхәббәтле миҙгел” төркөмөнән)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас