Сәләмәт булайыҡ
17 Ноябрь 2025, 10:30

Ә һин грипҡа ҡаршы прививка яһаттыңмы?

Башҡортостанға тағы 400 меңдән ашыу доза вакцина килтерелә.

Ә һин грипҡа ҡаршы прививка яһаттыңмы?Ә һин грипҡа ҡаршы прививка яһаттыңмы?
Ә һин грипҡа ҡаршы прививка яһаттыңмы?

Башҡортостанға тағы ла 403 меңдән ашыу грипҡа ҡаршы вакцина килтереләсәк. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков хәбәр итте.

Ул коллектив иммунизация өсөн халыҡтың 60 процентына, йәғни 2,4 миллиондан ашыу кешегә, шул иҫәптән 600 меңдән ашыу балаға прививка яһарға кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.

Республикаға әленән ике миллионға яҡын вакцина, “Совигрипп”, “Флю-М”, “Ультрикс Квадри” препараттары килтерелгән дә инде. Ноябрь уртаһына ҡарата, 1,5 миллиондан ашыу кеше прививка яһатҡан. Мотлаҡ вакцинацияға балалар, ауырлылар, 60 йәштән өлкәндәр, хроник сирле кешеләр, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сауҙа, транспорт, коммуналь һәм социаль хеҙмәттәр өлкәләре хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар, хоҡуҡ һаҡлаусылар дусар ителә. Башҡортостандың “Роспотребнадзоридаралығы етәксеһе Анна Казак әле прививка яһатырға һуң түгеллеген иҫкә төшөрҙө.

"Мин хәүеф категорияһына иғтибар итергә теләр инем – улар 1 - 11-се класс уҡыусылары һәм оло йәштәгеләр. Төрлө сәбәптәр буйынса әлегә вакцина ҡуйҙырмағандарға киләһе ике аҙнала прививка яһатырға кәрәк, әле һуң түгел", – тине ул.

Фото: bash.news

Беҙҙең МАХ каналына  https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас