Сәләмәт булайыҡ
17 Ноябрь 2025, 10:30

Һәр “төймә”не уйлап ҡабырға кәрәк

17 – 23 ноябрҙә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Микробҡа ҡаршы резистентлыҡ аҙналығын үткәреү тураһында иғлан итте.

Һәр “төймә”не уйлап ҡабырға кәрәкҺәр “төймә”не уйлап ҡабырға кәрәк
Һәр “төймә”не уйлап ҡабырға кәрәк

Әле тәбиғәт миҙгеленең бик үҙенсәлекле осоро – тотош донъя, ниһайәт, ҡыш килер, үҙ ҡанундарын “даулар” тип көтә.  Тик йылы көндәрҙән ҡапыл һыуыҡ миҙгелгә күсеү мәле – организм өсөн ҙур һынау. Был йәһәттән әҙер булыу кәрәклеген хәтерҙән сығармайыҡ.

Өҫтәүенә әле баш ҡалҡытҡан һәр төрлө ауырыуҙар ара­һын­да беренсе урынды һалҡын алдырыу, тымау тейҙереү би­ләй, тағы киҙеү һағалай.
Тик тымауҙы антибиотиктар менән дауаларға ярамай, сөнки бактериялар дарыуға өйрәнә, шулай уҡ уларҙың пневмония, бронхит, отит кеүек сирҙәргә юлыҡтырыуы ла бар. Әгәр үҙегеҙҙә тымау тейеү билдәләрен тойһағыҙ, табипҡа күренегеҙ. Күберәк һыу йә һут, ҡайнатмалар эсегеҙ, сөскөргәндә танау һәм ауыҙығыҙҙы бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка менән ҡаплағыҙ, янығыҙҙа кешеләр булһа, битлек кейегеҙ.

Шуны хәтерҙә сығармаҫҡа кәрәк, антибиотиктар – рецепт буйынса бирелгән препараттар. Уларҙы вирустар булғанда үҙеңә-үҙең “тәғәйенләү” мәғәнәһеҙ һәм һаулыҡ өсөн зарарлы. Киҫкен респиратор вирустар тарафынан барлыҡҡа килә. Ә антибиотиктар – бактерияларға ҡаршы көрәш өсөн хасил булған микробтарға юл ҡуймау өсөн тәғәйенләнгән препараттар. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Бынан тыш, антибиотиктарҙың, барлыҡ дарыу препараттары кеүек, кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Хатта аллергияға һәм анафилактик шокка килтереүе мөмкин. Фтизиатр Арыҫлан Уран улы Зариповтың әйтеүенсә, антибиотиктар – табип ҡына тәғәйенләргә тейешле, рецепт буйынса бирелгән препарат. Уны уйламау ҡулланыу һәм микробтарға ҡаршы препараттарҙы файҙаланыу бактерияларҙың тотороҡлолоғона килтерә.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас