Сәләмәт булайыҡ
20 Ноябрь 2025, 13:15

Быуындар һыҙлауынан ҡотҡарыр

Уны яһауы анһат ҡына, әммә шулай булыуына ҡарамаҫтан, тәүге ҡулланыуҙан уҡ һөҙөмтәһе бар, тиҙәр.

Быуындар һыҙлауынан ҡотҡарырБыуындар һыҙлауынан ҡотҡарыр
Быуындар һыҙлауынан ҡотҡарыр

Ингредиенттар:

— Бер аш ҡалағы бал
— Бер аш ҡалағы гәрсис
— Бер аш ҡалағы ваҡ тоҙ
— Бер аш ҡалағы һыу.

Әҙерләү:

Барлыҡ ингредиенттарҙы матур итеп бутайбыҙ ҙа ниндәй ҙә булһа кремдан бушаған һауытҡа тултырабыҙ.

Нисек ҡулланырға?

Һыҙлаған урынға ошо “крем”ды һылайбыҙ ҙа өҫтөн полиэтилен менән ҡаплап, йылы шәл менән урайбыҙ. Был компресты бер-ике сәғәттән алабыҙ. Йоҡлар алдынан эшләһәгеҙ, яҡшыраҡ. 4-5 тапҡыр эшләргә кәрәк. Әлеге ҡатнашамны һыуытҡыста һаҡлағыҙ, әммә һаҡлау ваҡыты 5-6 көндән артмаһын.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор фотоһы.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас